-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
15 Май 2018, 11:46

Йылылыҡ һәм шатлыҡ усағы

“Ғаилә- ижад һәм илһам донъяһы” фестивале районыбыҙҙың төрлө ауылдарында уҙа. Һәр ҡайһыһының үҙ сценарийы. Уларҙы ғаилә мөнәсәбәттәре мәҙәниәтен үҫтереү, уларҙың бәҫен төшөрөүгә юл ҡуймау теләге берләштерә. Тамашасылар Динес ауылының талантлы, өлгөлө, матур ғаиләләренә ҡарап һоҡланды.

“Ғаилә- һәр саҡ ярҙам итеү, гармония һәм тыныслыҡ тойоу урыны булып тора”,- тип башланы һүҙен клуб мөдире Нәфисә Сабитова. “Аҡ яулыҡтар” клубы рәйесе Маһира Фәйзуллина ла шул һүҙҙәргә ҡеүәт өҫтәне.

Ихаталарын таҙалыҡта, бөхтәлектә тотҡан, тирә-яҡҡа матурлыҡ өҫтәп сағыу сәскәләр үҫтергән ғаиләләргә байрамда Почет грамоталары бирелде. Алҡыштар менән сәхнәгә Мансур менән Сәбилә Хәлитовтар, Зәйтүнә менән Вәкил Ғәлиевтар, Әлфиә Хәлитова, Зөлхиә менән Камил Кантимеровтар саҡырылды.

Ғаиләләрҙе тышҡы матурлығы ғына биҙәмәй. Уларҙың байлығы эске изге, йылы, саф мөнәсәбәттә лә сағыла. Анслау (Миңһылыу) Сәйетбатталованың, Рәмилә Әбелхәйерованың, Мәҙинә һәм Мөҙәрис Кантимеровтарҙың, Маһира Фәйҙуллинаның, Зиннур менән Рәмзилә Сәйфуллиндарҙың, Нурфәйез менән Сания Кантимеровтарҙың, Рәсил менән Разалия Сәйфуллиндарҙың, Ҡасим менән Фәриҙә Фәйзуллиндарҙың ғаиләләрендә лә йылы мөхит хөкөм һөрә. Ошо ғаиләләрҙең һәр ҡайһыһында атай-әсәйҙәр, балалар һәм ейәндәр ең һыҙғанып, янып-көйөп эшләй белә һәм эш ярата. Үҙ өлгөләрендә ябай, әммә мөһим хәҡиҡәтте иҫбатлайҙар: ауылда тик тырышлыҡ менән генә именлеккә һәм муллыҡҡа ирешеп була. Тормош ауырлыҡтарын бергә кисерә, ауыр саҡтарҙа бер-береһенә таяныс була беләләр. Тырыш халыҡ йыр-бейеүгә лә маһир, уларҙың таланттарына һоҡланмайынса булмай.

“Аҡ яулыҡтар” клубы ағзалары Әһлиулина Гөлназ, Илүсә Ғафарова башҡарыуындағы тамаша, Ғафарова Гөлсәсәк, туғыҙынсы синыф ҡыҙҙарының бейеүҙәре, ғаиләләрҙең фото-исем туйҙары, ауыл халҡының фотоларынан күргәҙмә байрамға үҙенсәлек өҫтәне.

Үҙемдән сығып, фестиваль бик оҡшаны, сағыу булды, тип әйтә алам. Мин ошо ауылда, ошо кешеләр араһында үҫтем һәм ауылдаштарым менән ғорурланам, шуға ла объектив булмаҫҡа ла мөмкин. Әммә район мәҙәниәт йорто методисы Вера Денисова ла ойоштороусыларҙы маҡтаны һәм, һөнәрмән булараҡ, бындай байрамды башҡа ерҙә күргәне булмауын әйтте.

Клуб мөдире Нәфисә Сабитова, художество етәксеһе Гөлсәсәк Ғафарова, ки-тапханасы Миңнур Әҙеһәмова фестивалгә бөтә көсөн һалды һәм тырышлыҡтары бушҡа булманы, байрам бик матур килеп сыҡты. Йылы мөхиттә ғаиләләргә төрлө номинацияларҙа Почет грамоталары тапшырылды. Барыһы ла ыңғай тәьҫораттар алып, ҡатнашыусылар өсөн ҡыуанып, өйҙәренә таралышты.


Лилиә КАНТИМЕРОВА.


Автор фотоһы.
Читайте нас: