+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
18 Май 2018, 11:25

Ғаилә - дәүләт нигеҙе һәм көсө, быуаттар традицияларын һаҡлаусы

Һәр кемдең тормошонда яҡындары, яратҡан, өлгө алған, хәстәрләгән, изгелек һәм бәхет теләгән кешеләре иң мөһим булып тора. Йәмәғәтселектең иғтибарын ғаиләнең әлеге хәленә, уның үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙәге роленә йүнәлтеү маҡсатында БМБ Генераль Ассамблеяһы Халыҡ-ара ғаилә көнөн рәсмиләштерҙе. Байрам йыл да 15 майҙа билдәләнә

Байрам кисәһендә район мәҙәниәт йорто фойеһында йәнле ине. Концертҡа килеүселәрҙе “Ғаилә” муниципаль үҙәгенең Федоровка районындағы бүлеге белгестәре ҡаршыланы. Улар “Ғаиләнең ял көнө” сараһын популярлаштырыу маҡсатында ғаиләләр араһында анкеталау үткәрҙе. Район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре тыныслыҡ, именлек һәм ғаилә тураһында шиғырҙар яҙылған матур асылмалар тапшырҙы. Ғаиләгә бағышланған стенд алдында оҙаҡ йылдар бергә ғүмер итеүсе парҙарҙың фотосессияһы үтте. “Ашҡаҙар таңдары” район гәзите редакцияһы икенсе ярты йыллыҡҡа гәзиткә льготалы яҙылыуҙы ойошторҙо.

Сараны Светлана Баширова менән Василий Мингалев алып барҙы һәм тамашасыларға ҡарата сәләмләү һүҙҙәрен юлланы. Сәхнәнән байрам менән Фёдоровка районы МР Советы рәйесе Константин Морозов, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Эдуард Сәлишев, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Зәйтүнә Мөхәмәтйәнова һәм район хакимиәте башлығы ҡарамағындағы йәмәғәт советы ағзаһы Венера Ҡадирова ҡотланы. Һәр ҡайһыһы ғаиләнең үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙәге мөһим ролен билдәләне, ғаилә бәхетенең ышанысҡа, ихтирамға һәм һөйөүгә нигеҙләнгән гармониялы, йылы мөнәсәбәттәргә бәйле булыуына иғтибар бирҙе.

Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған ғаиләләргә сертификаттар тапшырыу тантанаһы булды. Рәхимов Фәнил Сәғиҙулла улы, Маркелов Андрей Владимирович (Покровка), Рәхимғолова Рима Рәис ҡыҙы (Юрматы) дәүләт ярҙамын алды. Йәш әсә Митрофанова Ирина Александровнаға (Фёдоровка) әсәлек капиталы сертификаты тапшырылды.

Ата-әсәнең төп бурысы- балаларын илдең намыҫлы граждандары итеп тәрбиәләү. Районыбыҙҙа ла татыу, ныҡлы, өлгө булырҙай ғаиләләр бихисап. Халыҡ-ара ғаилә көнөндә уларға район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары тапшырылды. Сәхнәгә көслө алҡыштар аҫтында Евгений Владимирович менән Илһөйәр Рифҡәт ҡыҙы Тарасюктар, Илһам Шамил улы менән Гөлзада Мөхтәр ҡыҙы Баҡыевтар, Булат Венер улы менән Айгөл Минеғәли ҡыҙы Зөбәйеровтар сыҡты.

Район китапханаһы үткәргән “Минең ғаиләм” рәсемдәр конкурсында ҡатнашыусы балалар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Еңеүселәр Аделина Ҡолошеваға, Софья Тарасюкҡа һәм Айнур Иманғоловҡа дипломдар тапшырылды.

Традиция буйынса был көндә ғаиләләренең бриллиант һәм алтын юбилейҙарын байрам итеүсе Фәйзрахман Лотфрахман улы менән Хәлиҙә Сибәғәт ҡыҙы Әбделмәновтарҙы, Йәүҙәт Хәмзә улы менән Эльмира Фатих ҡыҙы Зөбәйеровтарҙы, Инвер Исмәғил улы менән Разия Басир ҡыҙы Сәғитовтарҙы, Өлфәт Ғиззәт улы менән Флүрә Ғайса ҡыҙы Фәйзуллиндарҙы, Марат Кәрәметдин улы менән Гөлсөм Ғәбдрәүф ҡыҙы Хамматовтарҙы, Файзулла Ғабдулла улы менән Рәмилә Ғәбидин ҡыҙы Шәмсетдиновтарҙы, Хәйҙәр Нәзметдин улы менән Фәриҙә Шәһиҙулла ҡыҙы Йәлмәйевтарҙы, Владимир Сергеевич менән Клавдия Тимофеевна Сайкиндарҙы ҡотлау булды. Юбилярҙарҙың барыһына ла республика Башлығының иҫтәлекле бүләктәрен, ҡотлау һүҙҙәрен ЗАГС бүлеге начальнигы Полина Никифорова еткерҙе. Оҙон, бәхетле ғүмер кисергән парҙарға бағышлап музыкаль бүләктәр яңғыраны.

Халыҡ –ара ғаилә көнө айҡанлы сараны Наталья Паленова, район хакимиәтенең рус, татар вокаль ансамблдәре, Әлиә менән Разалина Рамаҙановтарҙың ғаилә дуэты, Гончаровка ауыл клубының татар вокаль ансамбле, “Гөлдәр” бейеү коллективы (Балалар-үҫмерҙәр ижадын үҫтереү үҙәге), Светлана Канакова, район мәҙәниәт йорто артистары, “Тавансем” сыуаш ансамбле, мордва вокаль триоһы, “Задоринка” бейеү коллективы, “Околица” вокаль ансамбле сығыштары, Алһыу Аҡсурина менән Василий Мингалевтың дуэты биҙәне.

Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: