Уны ауылдың имам-хатибы Надир хәҙрәт Кәшәев асты һәм алып барҙы. Ул ураҙаның үҙенсәлектәре тураһында һөйләне, доға уҡыны, теләктәрен еткерҙе. “Рамаҙан айында ураҙа тототоу барыбыҙ өсөн дә фарыз, Аллаһы Тәғәләнең ҡәтғи әмере. Бөгөнгө мәжлесебеҙ- Уның ризалығы өсөн”,- тине һәм теләктәрен еткерҙе. Ул ауыл халҡына, ауыҙ асыуҙы ойоштороуҙа ярҙам ҡулы һуҙыусыларға, әҙерләүселәргә, ҡатнашыусыларға һәм килә алмаусыларға ла оло рәхмәтен белдерҙе.
Район Советы депутаты Илһам Шамил улы Баҡыев, Фёдоровка мәхәлләһенән ауылдашыбыҙ Рамаҙан хәҙрәт Кәшәев изге Рамаҙан айы менән ҡотлап, ауыл халҡына рәхмәт әйттеләр, иман, именлек, тотҡан ураҙаларының ҡабул булыуын теләнеләр.
Ураҙа тотоусылар бергәләшеп ауыҙ асты, әруахтарға бағышлап доғалар ҡылды. Шамил Зиннәт улы Баҡыев ауылдаштарыбыҙҙы моңло аҙан ауазы менән намаҙға саҡырҙы. Киске намаҙҙан һуң барыһы ла ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары әҙерләп алып килгән һый-ризыҡтарҙан, күстәнәстәрҙән ауыҙ итте. Ифтар мәжлесе тәрауих намаҙы менән тамамланды.
Бар теләгем шул: бер кемдән дә ҡурҡмайынса, Аллаһы Тәғәләнең һүҙҙәрен ишетеп, ҡолаҡ һалып, ҡушҡандарын ихлас үтәп, тыйғандарынан тыйылып, ысын мосолман булып йәшәргә, Уның рәхмәтенә ирешергә насип әйләһә ине.