+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
25 Май 2018, 11:28

Хәрби эш практикала

Уҙған аҙнала район мәктәптәренең унынсы синыф егеттәре өйрәнеү күнекмәләре үтте. “Ашҡаҙар” йәйге лагерь базаһында илебеҙҙең буласаҡ һаҡсылары хәрби хеҙмәт нигеҙҙәренә өйрәнде.

Уҡыусылар тактик әҙерлек менән шөғөлләнде, пневматик ҡоралдан атты, Калашников автоматын һүтеп- ҡорҙо. Хәрби-медицина, радиация, химик һәм биологик әҙерлек буйынса белемдәрен күрһәтте. Арҡыры бурсала кәүҙәне күтәреү, 100 һәм 3000 метрға йүгереү, граната ырғытыу буйынса нормативтар тапшырҙы.

Автомат йыйып- һүтеүҙә- Данил Волков (Динес), пневматик ҡоралдан атыуҙа-Андрей Сорокин (Федоровка 2-се мәктәбе), 100 метрға йүгереүҙә- Максим Белов (Фёдоровка 2-се), граната ырғытыуҙа-Линар Үзбәков (Гончаровка), 3000 метрға йүгереүҙә- Айгиз Сабитов (Динес), “Дөйөм ғәскәр һаҡ костюмын кейеү”ҙә Байрас Иҫәнғолов (Бала Сытырман) иң яҡшыһы булды.

Мәләүез ҡалаһы, Мәләүез һәм Фёдоровка райондары буйынса хәрби комиссар Р. Кантимеровтың, Фёдоровка районы буйынса Диңгеҙ Йыйылышы рәйесе В. Веселовтың, хәрби хәрәкәт ветерандары йәмғиәте рәйесе Р. Ғибаҙуллиндың һәм атом һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт иткән Т. Әхмәровтың армияла хеҙмәте тураһында ҡыҙыҡлы хәтирәләре егеттәрҙең күңелендә һаҡланасаҡ.


Л. БАТЫРШИНА,

мәғариф бүлеге белгесе.
Читайте нас: