+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
29 Май 2018, 11:53

Көтөп алынған байрам

Майҙың ҡояшлы бер көнөндә музыка мәктәбендә тәрбиәләнеүселәр өсөн иң сағыу һәм шатлыҡлы ваҡиға булды. Сығарылыш кисәһендә 10 ҡыҙ һәм ике малай балалар музыка мәктәбен тамамлау тураһында сертификат алды.

Музыка мәктәбендә уҡыу- яуаплы, түҙемлек талап иткән эш, бында ата-әсәләрҙең ярҙамы бик кәрәк. Педагогтар, мәктәп хакимиәте менән хеҙмәттәшлек иткән, бергәләшеп балаларҙы тәрбиәләүҙә, уларҙың һәләттәрен үҫтереүҙә ярҙам иткән битараф булмаған, әүҙем ата-әсәләргә рәхмәт.

Сығарылыш уҡыусыларын ата-әсәләр исеменән Н.К. Зуенкова, уҡытыусылар исеменән С.А. Гонышева йылы ҡотланы. Музыка мәктәбе директоры Э.Ф. Ҡадирова мәктәп тамамлау тураһында таныҡлыҡтарҙы тапшырҙы. Мәҙәниәт бүлеге начальнигы, БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Б.Н. Сиразетдинов уҡыусыларҙы ҡотлап, сәнғәттә юғары үрҙәр яулауҙарын теләне.

Сығарылыш уҡыусылары яуап итеп сағыу сығыш яһаны: “Хеҙмәтегеҙ, иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт! Сәләмәтлек, бәхет теләйбеҙ!”

Байрам концертында Юлиана Сергеева (фортепьяно), Инна Петрова (думбыра), Артем Щеглов (балалайка), Анита Дусмагамбетова (баян), Дилә Әхмәрова (фортепьяно), Данил Мәсәғүтов (баян) сығыш яһаны. Хореография бүлегенең сығарылыш уҡыусылары Ольга Волкова, Милена Никитина, Полина Зуенкова, Кристина Митрофанова, Виталина Мурдымова байрамды бейеүҙәре менән биҙәне.

Ата-әсәләр, саҡырылған ҡунаҡтар, уҡытыусылар уҡыусыларҙың сығышынан ҡәнәғәт ҡалды. Талантлы балаларға киләсәктә уңыштар теләйбеҙ.


Оксана БУРКИНА.
Читайте нас: