+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
29 Май 2018, 11:50

Оҫталыҡтарын һәм теоретик белемдәрен күрһәттеләр

“Линар” йәмғиәте Златоуст фермаһының йәйге лагеры базаһында һауынсыларҙың һәм көтөүҙе ишәйтеү белгестәренең район конкурсы уҙҙы. Ярышта 24 кеше ҡатнашты. Районда яҡшы белгестәр эшләүе йәнә бер иҫбатланды.

Конкурста ҡатнашыусылар алдында район башлығы Венер Насретдинов һәм ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Нурфәиз Нас-ретдинов һәм хужалыҡ етәксеһе Вильнар Скрынников сәләмләү телмәре менән сығыш яһаны. Барыһы ла малсылыҡ тармағы эшселәренең ауыр хеҙмәтен билдәләне, ярышта уңыштар теләне. Ауыл хужалығы идаралығының баш зоотехнигы Александр Сальников конкурс шарттары һәм судьялар комиссияһы менән таныштырҙы.

Традиция буйынса тантаналы өлөштә флаг күтәрелде, унан һуң конкурста ҡатнашыусылар биремдәрен үтәй башланы. Ҡояшлы, аяҙ көндә барыһының да кәйефе күтәренке, еңеүгә ынтылыштары көслө ине.

Райондың иң тәжрибәле 16 һауынсыһы оҫталыҡтарын күрһәтте. Этаптарҙың береһендә һауым аппаратын һүтеп ҡорорға кәрәк ине. Тәүге ҡарашҡа ғына ул ябай бурыс һымаҡ, әммә уның запас частәрен, тәжрибәң һәм белемең булмаһа, мәңге йыйып булмайҙыр ул. Һауым аппаратын эшкә көйләү, һыйыр һауыу һәм һөттөң таҙалығы, теория буйынса ҡалған этаптар ҙа уңышлы барҙы.

Лабораторияла яһалма ҡасырыу яһаусы һигеҙ техник араһында конкурстың беренсе этабы уҙҙы. Орлоҡ материалын әҙерләү- яуаплы процесс, стериллек операция өҫтәлендәге һымаҡ булырға тейеш. Конкурс комиссияһы уларҙың һыйырҙарҙы ҡасырыуға әҙерләүен һәм теоретик белемдәрен тикшерҙе.

Практик һәм теоретик белемдәрен тикшереү йомғаҡтары буйынса еңеүселәр билдәләнде. Һауынсылар араһында Ирина Павлова (“Искра” йәмғиәте) беренсе урынды алды. Икенсе урында- Эльвира Ҡотлобулатова (“Линар” йәмғиәте), өсөнсө- Надежда Петрова (“Азат” йәмғиәте) булды.

Яһалма ҡасырыу яһау техниктары араһында “Искра” йәмғиәтенән Нәзиғә Ғүмәрова беренсе булды. Икенсе урында- Евгений Тарасюҡ (“Азат”), өсөнсө урын Сергей Фроловҡа (Федоровка район ветеринария станцияһы) бирелде. Һауынсылар араһында иң йәше- Регина Ядыкина (ШЭ Рощупкин КФХ), иң тәжрибәлеһе “Азат” йәмғиәтенән Надежда Петрова тип билдәләнде. Ярыштарҙа ҡатнашыусыларҙың барыһына ла район ауыл хужалығы идаралығының Рәхмәт хаттары һәм приздары тапшырылды. Һабантуйҙа еңеүселәрҙе тантаналы ҡотлау буласаҡ.

Һөнәри оҫталыҡ конкурсы күңелгә ятышлы матур концерт менән тамамланды. Малсылыҡ тармағы хеҙмәткәрҙәре өсөн район мәҙәниәт йортоноң талантлы артистары эстәлекле концерт әҙерләгәйне. Был көндә линарҙарҙы ҡыуандырып, нур өҫтөнә нур булып, бер быҙау тыуҙы.


Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.


Роман ПОДПОРИН фотоһы.
Читайте нас: