+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
5 Июнь 2018, 11:26

Балалар өсөн матур байрам булды

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө ҡояшлы һауа торошо менән шатландырманы, тик күңелле шау-шыу барыбер яңғырап торҙо. Район мәҙәниәт йортонда “Бала саҡ иле” исемле байрамға күп бала йыйылды.

Зал төрлө төҫлө шарҙар менән биҙәлгән. Байрам атмосфераһы хөкөм һөрә. “Простоквашино” йәнһүрәтенән персонаж-дар төрлө конкурстар һәм уйындар үткәрҙе. Һәр бала уйындарҙа теләп ҡатнашты. Ә уйындар тамамланғас, еңеүселәр миҙалдар, татлы приздар менән бүләкләнде.

Балалар һәм үҫмерҙәр ижадын үҫтереү үҙәге методисы З.И. Пирковская балаларға изге теләктәр менән сығыш яһаны, юлда үҙеңде нисек тоторға кәрәклеге тураһында ЮХХДИ дәүләт инспекторы, полиция өлкән лейтенанты С.Е. Барсуков һөйләне. Балалар сәнғәт мәктәбенең буласаҡ педагогы Т.А. Угольникова рәсем төшөрөргә теләгән балаларҙы сентябрҙә асыласаҡ рәссамдар түңәрәгенә саҡырҙы.

Һуңынан зал йырҙар башҡарған балалар тауышына күмелде: Настя Синёва “Ох уж эти гаммы!” йыры менән сығыш яһаны. Делия Хәлитова “Теләктәр йәйғоро” йырын башҡарҙы. “Киндер-сюрприз” бейеү коллективы, “Көмөш ҡыңғырауҙар” ансамбле матур сығыштары менән ҡыуандырҙы. Шулай уҡ татар һәм рус бейеүҙәрен башҡарҙылар. Уйындар, йыр-бейеүҙәр араһындағы тәнәфестәрҙә балалар уйынсыҡтар, шарҙар, татлы мамыҡ һатылған өҫтәлдәр эргәһенән китмәне.

Байрам аҙағында бөтә теләгәндәр өсөн район китапханаһында “Туҡымала рәсем төшөрөү” мастер-класы үтте. Байрам программаһы һуңында бөтәһе лә йәнһүрәт ҡараны.

Оксана БУРКИНА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: