+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
8 Июнь 2018, 10:49

Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ- бейей, бейей оҫтара

Дәртле көй, ата-әсәләрҙең, өләсәйҙәрҙең күтәренке кәйефе, сығыш алдынан ҡатнашыусыларҙың тулҡынланыуы “Гөлдәр” ансамблендә тәрбиәләнеүселәрҙең отчет концертында йылы мөхит тыуҙырҙы.

Ҡыҙҙар һәм малайҙар бейеүселәр ансамбле етәксеһе Лилиә Йосопова йыл дауамында өйрәткән 24 төрлө бейеүҙән торған концерт күрһәтте. Үҙе яратҡан, белгән мауығыуы менән ул 31 уҡыусы менән бүлешкән. Сығыш яһаусыларҙы сәхнәгә элек ансамблдә ҡатнашыусылар Айгиз Сабитов менән Руфина Фәйзуллина саҡырып сығарҙы. Һәр сығыш яһаусыны тамашасылар көслө алҡыштар менән ҡаршылап, оҙатып ҡалды, ә улары, үҙ сиратында, бөтә оҫталыҡтарын күрһәтергә тырышты. Уларҙың был сараға ныҡлы әҙерләнгәнлеге күренеп тора. Һәм тырышлыҡтары юҡҡа булманы.

Татар, башҡорт бейеүе, йәиһә “Клоун”, “Чунга-чанга”, “Буратино”, “Варенька” рус бейеүе, ҡулсатыр тотоп бейеү булһынмы- һәр береһен балалар үҙенсәлекле итеп башҡарҙы. Ансамблдең иң кескенә тәрбиәләнеүсеһе Алһыу Манапованы айырып үтергә кәрәк. “Ләйсән” балалар баҡсаһына йөрөүенә ҡарамаҫтан, тамашасы алдына сығып, сығыш яһауҙан ул бер ҙә ҡурҡмай. Л. Йосопованың Фёдоровка 2-се мәктәбенән тәрбиәләнеүсеһе Айзилә Хәйбуллинаның сығышы көслө алҡыштарға күмелде.

Видео-фрагменттар ярҙамында тамашасылар 1999 йылда “Гөлдәр” ансамбленең барлыҡҡа килеү тарихын һәм бөгөнгө көнөн күҙәтә алды. 20 йыл дауамында ансамбль үҙ эшмәкәрлеген өҙмәне, тиерлек, әле лә тылсымлы бейеү донъяһына мауыҡтырыуын дауам итә. Был- дәртле, ижад яратыусыларҙың осрашыу урыны. Коллективтың үҙәге- әлбиттә, Лилиә Йосопова.

Мәктәп директоры Р. Муллабаева, район мәҙәниәт йорто методисы Н.Н. Мортазина уға рәхмәттәрен белдерҙе, ә тәрбиәләнеүселәрҙең ата-әсәләре, ветеран педагогтар Н.К. Бохариева менән А.С. Кантимерова бүләктәр тапшырҙы. Л.Р. Йосопова ла балалары өсөн ата-әсәләргә, тырышлыҡтары һәм түҙемлектәре өсөн балаларға, байрам бағыусыларына рәхмәт әйтте. Уҡыусыларға Рәхмәт хаттары һәм бүләктәр тапшырҙы.

Хореография оҫталығы үренә юлды ябай тип әйтеп булмай- бында физик көсөргәнеш, эмоциональ кисерештәр талап ителә. Етәксенең һәр балаға шәхси ҡарашы, мөнәсәбәте, был сәнғәт төрөнә һөйөү- “Гөлдәр” ансамбле эшмәкәрлегенең нигеҙе булып тора. Киләсәктә лә Лилиә Рәхмәтулла ҡыҙы етәкселегендәге төркөм яңы композициялар менән ҡыуандырһын.


Лилиә КАНТИМЕРОВА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: