-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
9 Июнь 2018, 11:10

Бөтәһе лә контролдә

Күптән түгел районыбыҙға төбәк координаторы Г.Ғ. Ҡолһарина етәкселегендә БР “Халыҡ контроле” федераль проекты буйынса Йәмәғәт советы ағзалары килде. Улар сауҙа нөктәләрендә тауар сифатын, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенең, социаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙең законлылығын тикшереү маҡсатында бер нисә аҙыҡ-түлек магазинын, дарыуханаларҙы, бер нисә башҡа объектты тикшерҙе.

Йәмәғәтселәр “Пятёрочка” магазинына инде. Тәү сиратта улар йәшелсә, еләк-емештең хаҡы, сифаты менән ҡыҙыҡһынды. Серек, шиклеләрен (ундайҙары ла бар ине) айырым кәрзингә һала барҙылар. Һорауҙарға магазин директоры Г.Н. Йәлилова яуап бирҙе. Гөлнур Ҡолһарина сауҙа предприятиеһы хеҙмәткәрҙәренең иғтибарын колбаса изделиеларының күршелегенә (хәләл колбаса башҡа төр менән бергә ята), ҡош итенең башҡа ит изделиелары менән бергә ятыуына йәлеп итте. Магазин директоры тиҙ арала был етешһеҙлектәрҙең бөтөрөләсәгенә ышандырҙы.

“Шатлыҡ” магазинында йәмәғәт советы вәкилдәре ҙур етешһеҙлектәр тапманы.

“Саффарм” дарыуханаһында “халыҡ контроле” вәкилдәре иң мөһим препараттар исемлеге һәм уларҙың һатыуҙа бармы-юҡмы икәнлеге менән ҡыҙыҡһынды. Исемлек, әлбиттә, бар, тейешле дарыуҙар ҙа һатыуҙа. Был дарыуханала ташламалар менән ай һайын үткәрелеүсе акциялар даими үткәрелә.

“Уют” магазинында урынлашҡан микрозаймдар биреү нөктәһе тикшереүселәрҙе айырыуса ҡыҙыҡһындырҙы. “Эталон” займ финанс үҙәге хеҙмәткәре хоҡуҡтарын раҫлаусы документтарҙы күрһәтте – улар талаптарға ярашлы ине.

Фёдоровка ауылының икмәк бешереү цехын да тикшерҙеләр. Гөлнур Ҡолһарина командаһы икмәк бешереү процесы менән танышты, ондоң сифаты, етештерелеүсе продукцияның күләме, исеме, санитар кенәгәләр, эштең сменалылығы менән ҡыҙыҡһынды. Халыҡ контролёрҙары предприятиеның тағы ла бер нисә магазинын, ашхананы, ит ярымфабрикаттары етештереү буйынса цехты ла тикшерҙе. Етешһеҙлектәр башлыса тауарҙы теҙеүгә ҡағыла ине. “Гермес” ҡулланыусылар йәмғиәте рәйесе Илһам Баҡыев предприятие хеҙмәткәрҙәре менән һорауҙарға яуап бирҙе, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә вәғәҙә итте.

Район дауаханаһы-ның ярҙам саҡырыу төймәһе эшләй, тик ниңәлер саҡырыуға бик оҙаҡ сығалар. Дөрөҫөн әйткәндә, төш ваҡыты ине. Регистратура хеҙмәткәре менән әңгәмә барышында Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы көнөнә нисә мөрәжәғәт булыуы, алдан яҙылыуҙың электрон формаһы, ҡаланан махсус специализация табиптарының (окулист, онколог, маммолог һ.б.) ниндәй арауыҡ менән килеүе тураһында белеште.

“Халыҡ контроле” вәкилдәре бер аҙ ваҡыттан һуң ҡайтанан тикшереү менән килергә ҡарар итте.


Гәрәй ХӘЛИТОВ.

Автор фотоһы.
Читайте нас: