+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
26 Июнь 2018, 11:07

Быуаттар, йылдар үтһә лә, хәтерҙән сығармағыҙ

Хәтер һәм мәтәм көнө айҡанлы митингта Фёдоровка ауылының геройҙарға һәм хәрбиҙәргә арналған мемориал алдындағы майҙанда кеше күп ине. Сараға килеүселәрҙең ҡулдарында хәтер, батырлыҡты тасуирлаусы алһыу ҡәнәфер сәскәләре. Улар яугирҙәрҙең иленең азатлығын һаҡлап, яу ҡырында ҡойған ҡан бөртөктәре символы булып тора.

Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙың хәтерен данлап, иҫән ҡалғандарҙы иҫкә алыр өсөн ветерандар, район хакимиәте, район үҙәге ойошмалары вәкилдәре, мәктәп директорҙары, уҡытыусылар һәм Фёдоровка мәктәптәре уҡыусылары йыйылғайны.

Митингта ҡатнашыусылар азат итеүсе яугир һәйкәленә һәм һәләк булған фёдоровкаларҙың исемдәре яҙылған мемориаль плитәгә сәскә һалды. Барыһы ла бер минутҡа тынып ҡалды...

Үҙ сығышында район хакимиәте башлығы В.Ф. Насретдинов Бөйөк Ватан һуғышының 1418 көн һәм төн дауам итеүе, СССР был һуғышта 27 миллион кешеһен юғалтыуын әйтте. Совет халҡы Европаны фашистарҙан азат итеү өсөн хәл иткес тос өлөшөн индерҙе һәм Гитлер ғәскәрҙәрен тар-мар итте.

-Районыбыҙҙан 10 мең яҡташыбыҙ фронтҡа китте. Яртыһы тиерлек кире ҡайтманы, - тине ул. Әле районыбыҙҙа ете һуғыш ветераны йәшәй. Беҙ һеҙҙең алда ғүмергә бурыслыбыҙ, ҡәҙерле ветерандар, -тип тамамланы һүҙен Венер Фәрит улы.

Райондың ветерандар советы рәйесе М.Д. Куропаткин һәм “һуғыш балалары” быуыны ағзаһы Т.И. Әхмәров бөтә халыҡҡа аяҙ күк йөҙө теләне.

Н.Паленова, В. Мингалев менән Е. Веселованың илһөйәрлек рухындағы йырҙары сараны йәнләндерҙе, күңел йылыһы бирҙе.

Был көндә “Ҡыҙыл ҡәнәфер” акцияһы ойошторолдо. Сауҙа нөктәләрендә был хәтер символын һатып алғандар “Хәрби хәрәкәт ветерандарына ярҙам ит” хәйриә фонды йыйынтығына үҙ өлөшөн индерҙе. Митингыла ҡатнашыусыларҙың күпселегенең күкрәгенә ҡәнәфер сәскәһе ҡаҙалғайны.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул дәһшәтле йылдар шаһиттары кәмей. Әммә уларҙың батырлығы үлемһеҙ. Ғүмерҙәрен аямайса еңеү яулаған кешеләр тураһындағы хәтер киләсәк быуындарҙың күңелендә мәңге һаҡланасаҡ. Хәтерләйбеҙ, ҡайғырабыҙ...

Сараны алып барыусының:

- Һәләк булғандарҙың иҫтәлегенә лайыҡ булайыҡ, -тигән һүҙҙәре йөрәккә уҡ булып ҡаҙала...

Гәрәй ХӘЛИТОВ.

Роман ПОДПОРИН фотоһы.
Читайте нас: