+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
26 Июнь 2018, 10:58

«Йондоҙло бал» сығарылыш кисәһе

Сығарылыш кисәһе ғүмерҙә бер генә була. Һәр уҡыусы быны түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Был синыфташтар, уҡытыусылар менән айырылышыу көнө. Ул бер ҡасан да ҡабатланмаясаҡ, иң күңелле көн булып иҫтә ҡаласаҡ.

Егет-ҡыҙҙар матур кейемдәрҙә, халыҡ шығырым тулы. 23 июндә район мәҙәниәт йортонда Фёдоровка ике мәктәбенең 55 сығарылыш уҡыусыһы өсөн ойошторолған кисә тантаналы, матур үтте.

Сәхнә сәскәләр, шарҙар менән байрамса биҙәлгән. Матур, үҙҙәренә ныҡлы ышанған уҡыусылар сәхнәгә сыҡты. Уҡыусыларының күңеленә 11 йыл буйы белем һәм күңелдәрен биргән уҡытыусылар ҙа ғәзәттәгенән башҡараҡ ине. Улар тураһында фильмдар, кемдең кем булырға хыялланыуы, һөҙөмтәлә Уҡытыусы исемен яулауҙары хаҡында презентация күрһәттеләр. Уҡыусыларына арнап улар йылы теләктәр менән йыр башҡарҙы. Уҡыусылары уларға һөнәрмәнлектәре, битараф булмауҙары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Уҡыусыларға, уҡытыусыларға ҡарата көслө алҡыштар яңғыраны.

Хыялдарының бойомға ашыу теләктәре менән ата-әсәләр һәм уҡыусылар алдында муниципаль район хакимиәте башлығы В.Ф. Насретдинов, мәғариф бүлеге начальнигы Р.Т. Исмәғилев, Фёдоровка 2-се мәктәбе директоры Н.А. Анчина менән Фёдоровка 1-се мәктәбе директоры К.Н. Морозов рәхмәт һүҙҙәре менән сығыш яһаны.

Байрамды “Йыл ғаиләһе-2018” номинацияһында билдәләнгән сығарылыш уҡыусыларының ғаиләләре биҙәне. Ата-әсәләргә арналған шиғырҙар бер кемде лә битараф ҡалдырманы.

Уҡыусыларҙың күпселеге йыл дауамында яҡшы уҡып ҡына ҡалманы, райондың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашты. Уларға Фёдоровка үҙәкләштерелгән китапханалар директоры З. Мөхәмәтйәнова “Әҙәбиәткә булған һөйөүҙәре һәм райондың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашыуҙары өсөн” грамоталарын тапшырҙы, дөрөҫ юл һайлауҙарын, теләгән уҡыу йортона уҡырға инеүҙәрен, уҡытыусыларының һәм ата-әсәләренең улар менән ғорурланыуҙарын теләне.

Әлбиттә, мәктәпте миҙалға тамамлаусылар айырыуса иғтибарға лайыҡ булды. Фёдоровка 2-се мәктәбенән Никита Борисов, Арсений Курмаев, Мария Ложкина, Денис Палаев, Татьяна Палаева, Кристина Петрова, Әлиә Абдулова, Фёдоровка 1-се мәктәбенән Рүфәт Батаршин, Илүзә Батыршина, Даниэла Чижикова, Регина Биктимирова, Юлиә Кадушечкина, Татьяна Машина, Илья Морозов, Лиана Сиразетдинова, Ләйсән Хәйбулина, Динә Латипова, Әлфиә Төхвәтуллина, Вадим Балянов, Ася Мурадян “Уҡыуҙа уңыштары өсөн” миҙалдарын алды. Аттестат алыу ун беренсе синыф уҡыусылары өсөн көтөп алған, күңелле мәл, сөнки улар быға лайыҡ.

Байрам аҙағында уҡыусыларҙың вальсы һәм хушлашыу йыры иң сағыуы булды. Был кисә ҡунаҡтарҙың, ата-әсәләрҙең, уҡытыусыларҙың, әлбиттә, уҡыусыларҙың күңелендә мәңге һаҡланасаҡ.

Оксана БУРКИНА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: