-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
3 Июль 2018, 11:04

йәшлек, матурлыҡ, дәрт һәм өмөт байрамы

Дәрт-дарман, әүҙемлек, үҙ-үҙенә ышаныу кеүек сифаттар йәштәргә хас. Йәштәр көнөн күңелле үткәрергә теләүселәр район мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанға йыйылды.

Көн кискә ауышҡас, олоһо ла, кесеһе лә майҙанға ағылды. Дәртле көй-моң үҙенә йәлеп итте.

Кисәне алып барыусылар Василий Мингалев менән Алевтина Петрова байрамдың башланыуын иғлан ите. Йәштәр советы сағыу флешмоб менән байрам асылыуҙы хупланы.

Район хакимиәте башлығы В. Насретдинов ҡотлау һәм хәйерле кис теләктәре менән сығыш яһаны. Ул федоровкаларға бассейн төҙөләсәге тураһындағы күңелле хәбәрҙе еткерҙе. Йәштәр советы рәйесе урынбаҫары Ю.Д. Мәхмүтова менән “Йәш гвардия”ның урындағы бүлексәһе рәйесе Е.Ю. Иманғолова йылы теләктәр юлланы.

А. Ғибаҙуллиндың ҡурайҙа уйнауы, А. Петрова менән Е. Чиркуновтың дуэты, Э. Данилова менән Э. Мөхәмәтова башҡарыуындағы йырҙар барыһын да шатландырҙы. А. Подрядова менән В. Мингалев үҙҙәренең буласаҡ концерт программаһы менән таныштырҙы. Солистар С. Чижиковтың, И. Ғафарованың, К. Веселованың, А. Петрованың сығышын тамашасылар көслө алҡыштарға күмде.

Теләге булғандар үҙәк һәм балалар китапханаһы үткәргән “Наркотиктарға- Юҡ!” акцияһында ҡатнашты. Тормош унһыҙ ҙа матур, ә донъя -мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы нимәләргә бай- акцияның лейт-мотивы шундай ине.

Районыбыҙҙа әүҙем, сәләмәт тормош рәүеше алып барған йәштәр байтаҡ. Был көндә лә спорт ярыштары уҙҙы. Йәштәр эштәре һәм спорт буйынса комитет рәйесе Ғ.Т. Рамаҙанов матур байрам һәм еңеүҙәр теләне, ирекмән хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашыуҙары өсөн О. Шуршуковаға- Почет грамотаһы, О. Шкребель, А. Кочетовскаяға, Ф. Рәхимовҡа Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Мини-футболда “Фёдоровка-1” һәм “Фёдоровка-2” малайҙар командалары тик еңеүгә көйләнгәйне. Һөҙөмтәлә “Фёдоровка-1” командаһы 8:6 иҫәбе менән еңеү яуланы. Сәхнәлә армрестлинг, дартс, туп һикертеү буйынса уйындар уҙҙы. Теләге булғандар рәхәтләнеп ҡатнашты һәм яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Армрестлингта ҡатын-ҡыҙҙар араһында Р. Савоськина иң көслөһө булды, ә ирҙәр араһында көс күрһәтергә теләүселәр булманы. Дартста Р. Хәлитовҡа еткәндәре булманы, икенсе урында- С. Сидоров, өсөнсөлә А. Мортазина булды. К. Садиҡов менән Ф. Мамедов тупты уйнатыуҙа бер-береһенән ҡалышманы.

Йәшлек- ғүмерҙә бер генә була торған осор. Уны иҫтәлекле, үкенмәҫлек итеп йәшәп үткәрергә кәрәк.

Алып барыусылар теләге булғандарҙы 14 июлдә уҙасаҡ буяуҙар фестиваленә саҡырҙы. Байрам концерты дискотека һәм фейерверк менән тамамланды.


Оксана БУРКИНА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: