+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
10 Июль 2018, 11:29

Ғаилә бәхете - бергә булыуҙа

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө- күркәм байрам. Данлыҡлы изгеләр ирле-ҡатынлы Пётр менән Февронья Рәсәйҙә борон-борондан ғаиләне һәм никахты һаҡлаусылар булараҡ билдәле. Элек, 8 июлдә олоһо ла, кесеһе лә сиркәүгә барған. Йәштәр доғаларында Хоҙайҙан- мөхәббәт, ә өлкәндәр ғаилә татыулығы һораған.

Район мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда ошо сараға арналған байрам уҙҙы. Халыҡты ҡояшлы, йылы иртә сәләмләне. Ғаиләләр түҙемһеҙлек менән байрам башланыуын көттө, ә аҡ сәскә уның алмаштырғыһыҙ символы булды. Байрамды береһенән- береһе матур биҙәлгән коляскалар парады асты.

Район башлығы урынбаҫары Э. Н. Сәлишев барыһын да сәләмләне һәм күп балалы Йәүҙәт һәм Эльмира Зөбәйеровтарҙы ҡотланы. Уларға грамоталар һәм аҡ сәскә һүрәтләнгән награда-миҙал һәм сағыу гөлләмә тапшырылды. Ғаилә усағын һаҡлаусы Эльмира Фатих ҡыҙы быйыл уларҙың татыу никахына 60 тулыуын әйтеп үтте.

ЗАГС бүлеге начальнигы П.А. Никифорова Дмитрий менән Ирина Петровтарҙың ғаиләләрен бәпестәре тыуыуы менән ҡотланы һәм тыуыу таныҡлығын тапшырҙы. Улдары быйыл донъяға ауаз һалыусы 50-се сабый булған.

“Ғаилә” көньяҡ үҙәге бүлексәһе мөдире вазифаһын башҡарыусы О.Н. Базаева байрамға килеүселәргә йылы теләктәрен еткерҙе.

Ул “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” хәйриә акцияһы тураһында бәйән итте. Кәрәкле әйберҙәрҙе йыйыуҙа район хакимиәте, мәғариф бүлеге, “Партнер” кредит ҡулланыусылар кооперативы, Һаҡлыҡ банкы, “Ҡыңғырау” балалар баҡсаһының тос өлөш индереүҙәрен атап үтте. Ул барыһына ла рәхмәт белдерҙе һәм был акцияла ҡатнашырға саҡырҙы.

Балаларға бай уйын программаһы әҙерләнгәйне. Улар рәхәтләнеп унда ҡатнашты. Балалар китапханаһында уйындар артабан да үткәреләсәге хәбәр ителде.

Байрам сараһын В. Мингалев һәм А. Аҡсуринаның, Э. Мөхәмәтованың, А. Петрованың, Н. Синеваның, К. Веселованың музыкаль бүләктәре тағы ла биҙәне.

Мәктәп уҡыусылары Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө айҡанлы акция сиктәрендә үҙҙәре эшләгән аҡ сәскәләрҙе сараға килгән ҡунаҡтарға бүләк итте. Ғаилә байрамында атайҙарҙың ҡатнашмауы үкенесле булды.

Байрам йәнһүрәт ҡарау менән тамамланды, быға балалар ихлас шатланды.

Ғаилә мул өҫтәл артында йышыраҡ йыйылһын, бер-береһенә иғтибарлыраҡ булһын, өй эсе балаларҙың көлөүенән шау-гөр килеп торһон.



Оксана БУРКИНА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: