-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
13 Июль 2018, 10:43

Ҡыҙыҡлы һәм фәһемле осрашыу

-Был байрамды үткәреү күп көс, түҙемлек һәм ваҡыт талап итеүен һәр кем белә. Беҙ уға февралдә үк әҙерләнә башланыҡ,- тине Динес ауылы клубы директоры Нәфисә Сабитова.

Шәжәрә- быуындар бәйләнеше, традицияларҙы тергеҙеү, яңы, сифатлыраҡ кимәлгә еткереү, боронғолоҡҡа баш эйеү. Ауылдың нигеҙе, таянысы - әлбиттә, өлгөлө,татыу ғаиләләр. Динестә ундайҙар байтаҡ. Яңы үткән шәжәрә байрамы быға миҫал булып тора, ул Бохармәтовтар ғаиләһенә бағышланды.

Сара ғәҙәттәгесә, аҙан әйтеүҙән башланды. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар һәйкәленә сәскә һалғандан һуң, ауыл клубында Йәғфәр хәҙрәт Бохармәтов баҡыйлыҡҡа күскән, һуғышта ҡатнашыусы һәм һәләк булған фронтовиктарҙың иҫтәлегенә арнап, Ҡөръәндән аят уҡыны. Әйткәндәй, уның ата-әсәһе Ғәбделәхәт бабай менән Мәлихә инәй ауылда ихтирамлы, диндар кешеләр ине. Атаһы оҙаҡ йылдар Фрунзе исемендәге колхозды етәкләгән.

Сараны ойоштороусы һәм алып барыусы Нәфисә Сабитова сәхнәгә сыҡҡан һәр бер нәҫел ағзаһына йылы һүҙен тапты. Һәр ҡайһыһы музыкаль бүләк менән килгәйне.

Бохармәтовтарҙың шәжәрәһе тураһында уҡытыусы-ветеран Әлфиә Ләхәт ҡыҙы Хәлитова ентекле бәйән итте. Был нәҫелдең төрлө һөнәр эйәләре булыуы хаҡында һөйләне. Улар араһында уҡытыусылар, табиптар, ауыл хужалығы белгестәре, нефтселәр һәм башҡалар бар. Әлфиә Ләхәт ҡыҙы әйтеүенсә: “Нәҫелебеҙҙә моделдәр һәм стюардессалар ғына юҡ, ҡалғандары барыһы ла бар!”

Традиция буйынса байрам мул өҫтәл артында дауам итте.

Эйе, ваҡыт үтә. Ер йөҙөнә яңы быуын кешеләре килә. Һәр ҡайһыһы үҙ ғаиләһендә, кесе тыуған илендә ҡабатланмаҫ эҙ ҡалдыра. Шуға ла балаларының, ейәндәренең, күршеләренең, ауылдаштарының хәтерендә йәшәргә хаҡлы улар. Тормош, ғаилә, кешелек үҙе шунан ғибарәт бит. Рус мәҡәлендә әйтелгәнсә, туғанлыҡты белмәгәндәр ауыр тормош хәлендә яңғыҙ ҡала. Ә беҙҙә “Йән тартмаһа, ҡан тарта” тигән әйтем бар. Йәғни, туғандар бер ҡасан да бәләлә яңғыҙ ҡалдырмаясаҡ, ярҙам ҡулын һуҙасаҡ. Кешеләр быны аңлап, шәжәрә байрамдарына йыйылышалар, алыҫтарҙа йәшәгән туғандары менән осрашалар.

Шәжәрә байрамдарының әһәмиәте, ауылдаштары тураһында район хакимиәте вәкиле, ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Нурфәйез Ғәлимулла улы Насретдинов та һөйләп үтте.

Н. МОРТАЗИНА,

район мәҙәниәт йорто методисы.

Автор фотоһы.
Читайте нас: