0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
27 Июль 2018, 11:12

Ысын дуҫтар булып айырылышҡандар

29 июлдә бөтә моряктар ҙа Хәрби- Диңгеҙ флоты көнөн билдәләй.Диңгеҙ һынауҙарын үткән яҡташыбыҙ, Фёдоровка ауылынан Александр Горячев та шулар иҫәбенән.

Мәҡәләм геройының биографияһы тәүҙә башҡаларҙыҡынан бер яғы менән дә айырылмаған. Фёдоровка 2-се мәктәбен тамамлаған, шунан Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумында техник-механикҡа уҡып сыҡҡан. Ошо белгеслеге буйынса үҙен райондың юл хеҙмәтендә һынап ҡараған. Дүрт ай эшләгәндән һуң, РФ Хәрби көстәре сафына алынған. Ошо миҙгелдән тормошоноң мөһим өлөшө башланған...

Хәрби- диңгеҙ флотына нисек эләктегеҙ, тигән һорауыма яҙмыш ҡушыуы буйынса, тип аңлатты. Саҡырыу пунктында уны Черкесск ҡалаһына эске ғәскәрҙә хеҙмәткә йүнәлтәләр. Әммә Өфөлә пландар үҙгәрә, был егетте бик ҡыуандыра. 18 йылдан һуң да әңгәмәләшсем диңгеҙ флотында үткән йылдарын, хеҙмәттәштәрен, әлбиттә, диңгеҙҙе яҡшы хәтерләй.

-Өфөнән төндә уҡыу часына Санкт-Петербургтың ете ҡаласығының береһе- Крондштатҡа алып килделәр. Ул Котлин утрауындағы Фин заливында урынлашҡан. Унда алған тәьҫораттар күңелемдә мәңге һаҡланасаҡ, - ти Александр.- Ғинуарҙа, 45 көн уҡығандан һуң, хеҙмәтемде дауам итеү өсөн Балтик флотының һыу районы һағының караптар бригадаһына йүнәлтелдем. Хәрби- диңгеҙ базаһы составында диңгеҙ яғынан флот көстәре һағын тәьмин иттек.

Александр Михайловичҡа хеҙмәте бик оҡшаған. Әлбиттә, тәүҙә ауырлыҡтар булған, бигерәк тә карапты өйрәнеү ҡыйынлыҡ килтергән, әммә ул был бурысты 2-3 айҙа башҡарып сыҡҡан. Бер йыл тирәһе ябай матрос булған. Шунан карап командиры уны мотористар бүлексәһе командиры икенсе статья старшинаһы итеп тәғәйенләгән. Уның бурысына эске яғыулыҡ двигателдәрен һәм дизель генераторҙарын хеҙмәтләндереү ингән. Хеҙмәт итеү ваҡытында икенсе класс мастеры булған.

Армиянан һуң Александр Михайлович тыуған ауылына ҡайтып, элекке эш урынында эшләүен дауам иткән, өйләнгән. Мәғариф бүлегендә эшләүсе ҡатыны Оксана Викторовна менән ҡыҙҙары Викторияны тәрбиәләйҙәр. Ул һигеҙенсе синыфты тамамлаған. Буш ваҡытында ғаилә башлығы балыҡ тоторға, йорт эштәре менән шөғөлләнергә ярата. Бер нисә йыл элек ата әсәһе ярҙамында иркен, матур йорт төҙөп ингәндәр. Әле отпускыһында ремонт эшләргә булған.

-Тик диңгеҙ генә кешенең асылын тулыһынса аса, -тип әңгәмәбеҙгә йомғаҡ яһаны Александр Михайлович.- Беҙҙән өлкәнерәк егеттәрҙе дембелгә оҙатҡанда, ысын дуҫтар булып айырылыштыҡ. Үҙебеҙҙең хеҙмәттәштәр менән дә татыу булдыҡ. Карапта башҡаса булмай! Йәштәр армияға ыңғай ҡарашта түгел, был бик үкенесле. Хеҙмәттән һуң ҡиммәттәрҙе башҡаса баһалайһың, үҙемдән сығып әйтәм. Барыһы ла башҡаса. Егеттәргә хеҙмәт итергә кәңәш бирәм. Үкенмәҫһегеҙ!

Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.

Роман ПОДПОРИН фотоһы.
Читайте нас: