+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
14 Август 2018, 10:55

Исемдәре күңел түрендә...

Рәсәй флоты тарихында фажиғәле даталар бихисап. Шуларҙың береһе- 12 август. Был көндә Баренцево диңгеҙендә уҡыу-хәрби күнекмә үткәндә “Курск” “К-141” һыу аҫты атом ракета крейсеры батты. Һуңғы походтан 118 экипаж ағзаһы әйләнеп ҡайтманы...

Бөтә Рәсәй өсөн ҙур фажиғә булған һәләкәттән һуң 18 йыл үтте, әммә бөгөн дә һәләк булғандар тураһындағы хәтирә туғандарының, моряктарҙың, илебеҙ халҡының йөрәгендә тере яра булып һаҡлана. Улар менән бергә беҙ - федоровкалар ҙа ҡайғырабыҙ. Уҙған йома ауыл китапханаһында һыу аҫты кәмәһе геройҙарын иҫкә алыу кисәһе булды.

Сараны алып барыусылар Надежда Зуенкова менән Раушания Хәлитова был ваҡиғаны иҫкә төшөрҙө. Кәмәнең һәләк булыу версияларын атап үттеләр. Шуларҙың барыһы ла слайдтар менән оҙатылып барҙы. Китапхана белгестәре “Курск”тың Төньяҡ флотының иң алдынғы кәмәләренең береһе булыуын әйтеп үтте. Тикшереү һөҙөмтәләренән күреүебеҙсә, фажиғә крейсер бортында торпеда шартлауы арҡаһында килеп сыҡҡан. Экипаждың күпселек ағзалары һәләкәттең тәүге минуттарында һәләк булған, ҡалғандары мөмкин тиклем ғүмерҙәре өсөн көрәшкән. Карап командиры 1-се ранг капитаны Лячин Генадий Петровичҡа Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирелгән, ҡалған экипаж ағзалары (һәләк булғандан һуң) Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән.

Һыу аҫты кәмәһе моряктарының батырлығына бағышлап район мәҙәниәт йорто артистары Наталья Паленова, Василий Мингалев һәм Катя Веселова башҡарыуында патриотик йырҙар яңғыраны. Сарала сығыш яһаусыларҙың һәр ҡайһыһы һәләк булғандарҙың батырлығын мәңге хәтерҙә һаҡларға саҡырҙы.

-Кәмәлә көстәре ташып торған йәш егеттәр ине. Рядовойҙар һәм офицерҙар дәүләтебеҙҙе һаҡлап ғүмерҙәрен бирҙе. Уларҙың өлгөһөндә яңы быуындар тәрбиәләнә. Бөтә илебеҙ уларҙы хәтерендә һаҡлай, геройҙарыбыҙҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ,- тине район Советы секретары В. Хәлитов. БР Ветерандар советы исеменән һәм Совет Армияһының һәм Хәрби- Диңгеҙ флотының 100 йыллығы айҡанлы һыу аҫты кәмәләре ветерандары С. Горячевҡа (Дедово ауылы), А. Егоровҡа (Бала Сытырман) һәм Н. Швецовҡа (Стәрлетамаҡ ҡалаһы) иҫтәлекле миҙалдар тапшырҙы.

Һыу аҫты флоты ветераны, 3-сө ранг капитаны, БР Айырым хәүеф подразделениеһы комитетының район бүлексәһе рәйесе Т. Әхмәров ул фажиғале көндә илебеҙгә файҙа килтерергә һәләтле бихисап кешеләрҙең һәләк булыуын билдәләне. Ул фажиғә тураһында онотмау, уны башҡа булдырмау- беҙҙең бурысыбыҙ, тине. Тимерҡаҙыҡ Ибрай улы һәләк булғандарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алырға саҡырҙы, йыйылыусыларҙың барыһы ла метроном тауышы аҫтында баштарын эйҙе. Покров-Эннат монастыре настоятеле архимандрит Николай ҙа моряҡтарҙың яҡты иҫтәлеген йылдар һәм быуаттар аша һаҡларға өндәне.

Район китапханаһында ҡотҡарыу эштәре барышы, кәмәнең батыуы сәбәптәре, “Курск” атом ракета крейсерын һыуҙан күтәреү операцияһы тураһында китап-иллюстрациялар менән күргәҙмә әҙерләнгәйне, Башҡортостандан һәләк булған моряктарҙың фотолары ҡуйылғайны. Экипаж составында биш яҡташыбыҙ ҙа бар ине.

“Курск” кәмәһенең өлкән командир ярҙамсыһы икенсе ранг капитаны Сергей Дудконың әсәһе София Дудконың “Барыһының да исемен хәтерләйбеҙ” китабы китапхана коллекцияһын тулыландырҙы. Уны БР Диңгеҙ Йыйылышы Фёдоровка филилалы рәйесе, запастағы өлкән мичман В. Веселов презентацияланы. Шулай уҡ һыу аҫты кәмәһе ветераны Р. Мөхәмәтйәновҡа Рәсәй хәрби- диңгеҙ флотының 320 йыллығы айҡанлы юбилей миҙалын тапшырҙы.

Улар Илебеҙ алдында бурыстарын үтәп, үҙ эшен башҡарып, һуңғы походтан ҡайтманы. Уларҙы хәтергә алып, бындай фажиғәнең ҡабатланмауын ғына теләргә ҡала.


Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: