+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
17 Август 2018, 11:23

Ауылдар йәшәһен

Июль аҙағында, ҡояшлы, сағыу көндәрҙең береһендә Балыҡлы ауылының Таһир Кәримов һәм Тирмән урамдары халҡы байрам сараһына йыйылды.

Урам байрамы йәшел үләнле матур урында-Наил менән Рәмилә Хәкимовтарҙың йорто алдында ойошторолдо. Иртәнән халыҡты таныш көйҙәр саҡырып торҙо, байрам үтәһе ихатаның ҡоймаһына балаҫтар эленгән, өҫтәл ҡоролған һәм сәскәләр ҡуйылғайны. Ауыл халҡы күстәнәстәрен тотоп шунда ашыҡты.

Сараны күп йыллыҡ стажы булған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әминә Шәрипова сәләмләү телмәре менән асып ебәрҙе. Ул урам атамаларының тарихын һөйләне, Тирмән урамында тирмән булған, ә икенсе урамға Афған һуғышында һәләк булған яугир ауылдаштары Таһир Кәримовтың исеме бирелгән.

Ошо урамда йәшәүсе ауыл мәхәлләһе хәҙрәте Өлфәт Сәғитов Ҡөръәндән аяттар, шунан вәғәз уҡыны. Ул ауыл советы депутаты.

Ошо урамда тыуған ауылдаштар, ҡунаҡтар бер-бер артлы үҙҙәре, ғаиләләре, тыуған яҡтарынан алыҫта һағынып йәшәүҙәре хаҡында бәйән итте. Программаны концерт номерҙары биҙәне, ауыл клубы ҡарамағындағы “Алтын ай” балалар бейеү коллективы, Минегөл Яугилдинаның йырҙары менән бер рәттән ҡунаҡтар ҙа сығыш яһаны. Ошонда уҡ ойошторолған килендәр ансамбле сығышы бик матур килеп сыҡты.

Тирә-яҡҡа тәмле былау һәм һарыҡ итенән һурпа еҫтәре таралды. Өлфәт хәҙрәт махсус ҡунаҡтар өсөн бәрәс салған. Былауҙы оҫталарса итеп Ринат Мөхәмәтйәнов менән Илдар Абдуллин әҙерләне. Вәриҙә Рәхмәтуллина тәмле туҡмас киҫкәйне. Өҫтәлдәге ризыҡ өсөн Рәмилә Хәкимова менән Венера Баһаутдинова яуаплы ине, улар ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы үҙ йортондағы һымаҡ һыйланы.

Урам байрамын Әминә Шәрипованың әүҙем ярҙамында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Регина менән Алик Шәриповтар әҙерләне. Ҡунаҡтарҙың барыһы ла уларға рәхмәтен белдерҙе. Байрам һуңға тиклем дауам итте, сөнки элекке күршеләрҙең, бер-береһен һағынған ауылдаштарҙың, туғандарҙың айырылғыһы килмәне. Шундай байрамдар ҡабатланып тороуын, беҙҙе үҫтергән, тормош биргән ауылдарыбыҙҙың артабан да йәшәүен теләр инек.


Ауыл халҡы исеменән -

Ә. ХӘСӘНОВА.

Балыҡлы ауылы.
Читайте нас: