Беренсе дискуссия майҙанында “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының социаль проекттар бүлеге етәксеһе Станислав Шахов “Яңылыҡтар яҙабыҙ. Гәзит уҡусылар нимәгә өҫтөнлөк бирә” темаһына сығыш яһаны, ул әлеге заман уҡыусыһына кәрәкле, иғтибарын йәлеп иткән һәм уға ҡағылышлы нимәләр тураһында яҙырға кәрәклеген билдәләнде. Станислав Валерьевич гәзит уҡыусыны ниндәй мәҡәләләр менән ҡыҙыҡтырып булыуы тураһындағы миҫалдарҙы килтерҙе. Журналист-блогерҙар Рушана Ибраева, Рәис Ғәбитов һәм “Молодежная газета”ның баш мөхәррире Елена Киселева эш тәжрибәһе һәм кәңәштәре менән уртаҡлашты.
Форумдың икенсе өлөшөндә БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Эльвира Айытҡолова киң мәғлүмәт саралары, власть һәм йәмғиәт хеҙмәттәшлеге хаҡында һөйләне. Башҡортостан Конгресс-бюроһының йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса баш белгесе Елена Арямнова һайлау алды кампанияһы барышының яҡтыртылыуы хаҡында бәйән итте. Аналог тапшырыуҙарҙы өҙөү темаһы тикшерелгән төп проблемаларҙың береһе булды. Был хаҡта Телерадио тапшырыуҙар милли ассоциацияһының генераль директоры Александр Широких сығыш яһаны. Илдә яйлап һанлы эфир телевидениеһына күсеү һәм аналог тапшырыуҙарҙы ҡыҫҡартыу 2019 йылдың 13 ғинуарынан башлана. Дәүләт 100 меңдән аҙыраҡ кеше йәшәгән ҡалаларҙа сигналды таратыу буйынса телевизион каналдарҙы субсидиялауҙан туҡтай. Был һәр кем ҡараған мотлаҡ каналдарға ҡағыла. Беренсе һәм икенсе мультиплекс селтәре 2018 йылдың аҙағында файҙаланыуға тапшырыла.
Һуңынан медиафорум эшенә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡушылды. Ул бөгөнгө журналистиканың ысынбарлыҡты формалаш-тырыуын, йәмғиәттәге тотороҡлоҡ уға бәйле булыуын, шуға ла хәбәрсе сәйәси хәлдәрҙе яҡшы белергә, уның һүҙе оптимистик кәйеф тыуҙырырға тейешлеген билдәләне. Рөстәм Зәки улы журналистарҙың бер нисә һорауына яуап бирҙе. Айырып әйткәндә, ҡала телерадио тапшырыуҙар ассоциацияһы унан муницпаль телевидениеларға ярҙам итеүен үтенде. Республика башлығы муниципаль телеканалдарға төбәк кимәлендә ярҙам күрһәтергә әҙер булыуын белдерҙе. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының кабель операторҙар селтәрендә 22-се төймәне муниципаль телеканалдарға беркетеү тураһында закон сығарыу башланғысын яҡлап, төбәк һәм муниципаль телеканалдарҙы бер мультиплексҡа ҡушырға кәрәк тигән фекерен әйтте.
Медиафорум ҡарарҙары проектына шулай уҡ бюджет иҫәбенә киң мәғлүмәт саралары өсөн республиканың дәүләт телдәрендә журналистарҙы маҡсатлы уҡытыу тураһында пункт индерелде. Бынан тыш, форумда йәмәғәтселәр пенсия алды йәшенә яҡынлашыусы кешеләрҙе уларҙы пенсияға сыҡҡанға тиклем осорҙа мәшғүллек менән йәлеп итеү өсөн факультатив рәүештә журналистикаға уҡытырға тәҡдим итте. Милли телдәрҙә киң мәғлүмәт сараларына булышлыҡ итеүгә ҡағылышлы тағы ла бер инициатива яңғыраны, ул уларҙы өҫтәлгән хаҡҡа һалымдан азат итеүгә ҡағылды. Форумда ҡатнашыусылар был хаҡта ил хөкүмәтендә юлларға тәҡдим итте.