+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
11 Сентябрь 2018, 11:23

Тәүге көҙгө байлыҡ йәрминкәһе

Районыбыҙҙа ауыл хужалығы йәрминкәһе йыл да үтә. 9 сентябрҙә лә изге традиция буйынса ауыл хужалығы тармағы предприятиелары, шәхси эшҡыуарҙар, шәхси ярҙамсыл хужалыҡ тотоусы ауыл халҡы, баҡсасылар йәрминкәлә әүҙем ҡатнашты.

Был көндә ҡояш йәйге көндәгесә йылытты. Фёдоровкалар һәм баласытырмандар ауыл ҡунаҡтары үҙҙәренә кәрәк продукттар һатып алыу өсөн үҙәк майҙанға, мәҙәниәт йорто алдындағы биләмәгә ашыҡты. Һайлап алыр өсөн мөмкинлектәр ҙур ине.

Быйылғы уңыш- иген, һалам, иген фуражы халыҡта ҙур һорау менән ҡулланды. Утын һатып алыусыларҙан заявкалар күп булды.

Шәхси хужа-лыҡтарҙағы оҫта хужабикәләр әҙерләгән ҡамыр ризыҡтары, икмәк изделиелары, бал, шәшлек, шулай уҡ һөт һәм һөт продукцияһы ҙур һорау менән ҡулланды. Һыйыр малы, сусҡа, ҡаҙ, өйрәк, бройлер итенең киң ассортименты ҡуйылғайны. Тере ҡош-ҡорт һатып алырға ла мөмкин булды.

Һатып алыусылар йәшелсәләр һатып алыу өсөн сиратҡа баҫты, сорттары, һаҡлау үҙенсәлектәре менән ҡыҙыҡһынды. Ҡауын, ҡарбуз, виноград һәм башҡа емештәр ҙә һатылды. Баҡсасылар, сәскә яратыусылар өсөн емеш ағастары үҫентеләре, хризантемаларҙың бер нисә төрө, ремонтант баҡса еләге һатылды.

Майҙанда көйҙәр яңғыраны, район мәҙәниәт йорто артистары концерт номерҙары менән сығыш яһаны. Күңелдәре булған һатып алыусылар - үҙҙәренә кәрәкле әйберҙәрҙән, һатыусылар яҡшы килемдән ҡәнәғәт ҡалды.


Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.

Автор

фотолары.
Читайте нас: