+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
25 Сентябрь 2018, 11:12

“Ҙур ғаилә көнө”

Ғаиләң менән бергә үткәрелгән ваҡыттан да яҡшыраҡ нимә бар инде. Үҙәк район китапханаһында ҙур ата-әсәйҙәр йыйылышы үткәрелде, унда “Ғаилә бәхетле булһын өсөн” китаптар күргәҙмәһе лә ойошторолғайны.

Сарала балалы йәш ғаиләләр, ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләр, табип-педиатр, балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең ижадын үҫтереү үҙәге педагогы ҡатнашты.

БР “Ғаилә” күп функ-циялы үҙәге дәүләт бюджет учреждениеһының Фёдоровка районындағы бүлексәһе мөдире Раушания Руденко сәләмләү телмәре менән сығыш яһаны. Ул РФ Президенты Указы менән илебеҙҙә ғаилә һәм ғаилә ҡиммәттәре темаһына ҙур иғтибар бүленеүен, дәүләт ғаилә сәйәсәтен үҫтереү эше алып барылыуын билдәләне. Ғаилә ҡиммәттәре нимә була ул тигән һорауға әсәйҙәр әүҙем яуап бирҙе.

Врач-педиатр Ксения Осипова “Сәләмәт бала – сәләмәт милләт” темаһына консультация үткәрҙе. Ул балаларҙың өлкәндәрҙе ҡабатлауын, үҙ өлгөңдә көндөң нисек үтергә тейешлеген балаға аңлатырға кәрәклеген билдәләне. Сәләмәт булыуҙың төп нигеҙе – дөрөҫ туҡланыу. Баланы дөрөҫ туҡландырырға, сәләмәтлек өсөн файҙалы ризыҡ ҡына әҙерләргә кәрәк. Сәләмәт тормош рәүеше алып барырға, спорт менән шөғөлләнергә, саф һауала уйындар үткәрергә кәрәк. Ғаиләнең бурысы- уңайлылыҡ һәм дөрөҫ үҫеш өсөн шарттар булдырыу.

Үҙәк китапхананың хеҙмәтләндереү бүлеге мөдире Рүзәлә Зәбированың “Ғаилә менән уҡыу йолаһы” доклады балаларҙың нәҡ ғаиләлә китаптар уҡырға өйрәнеүе хаҡында ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер китап-журналдар уҡыу традицияһы юғалып бара, ә был бит наҙанлыҡҡа килтерә. Был традицияны мотлаҡ тергеҙергә кәрәк. Бергәләп китап уҡыу – ата-әсәләр һәм балалар араһында белем һәм зирәклек күперен һалыу кеүек бит.

Был осрашыу бик йәнле мөхиттә үтте. Ата-әсәләре йыйылышта булған арала балалар китапханаһы хеҙмәткәрҙәре уларҙың балаларын төрлө уйындар менән әүрәтте, улар өсөн конкурстар, викториналар үткәрҙе, йәнһүрәттәр күрһәтте.

Өҫтәмә белем биреү педагогы В.В. Буркинаның “Оҫта ҡулдар” мастер-класында балалар ҡул аҫтындағы материалдарҙан – мәрйендән һәм ҡағыҙҙан -күбәләк эшләне. Ә сәстарашсы Татьяна Федяева “Мәктәп өсөн причёскалар” мастер-класында ҡыҙҙарҙы матур һәм йыйнаҡ булырға өйрәтте.


Оксана БУРКИНА.


Автор фотоһы.
Читайте нас: