РФ Пенсия фондының Федоровка районындағы идаралығы начальнигы С. Әхмәров уҡыусыларға пенсияның нисек булдырылыуы һәм уның ниндәй төрҙә булыуы, уларҙың айырмаһы хаҡында ентекле аңлатты, пенсия балдары һәм уларҙың формалаштырылыуы тураһында бәйән итте. Бынан тыш, уҡыусылар Пенсия фонды идаралығының электрон сервистары тураһында белде, уларҙы теләһә ниндәй смартфонға йәиһә айфонға урынлаштырырға була: улар аша ҡабул итеүҙәргә яҙылырға йәиһә ғариза бирергә мөмкин, бының өсөн офиска барырға кәрәкмәйәсәк. Был бик уңайлы. Әйткәндәй, яҡын арала ҡағыҙ хеҙмәт кенәгәһе электрон төрҙәгеһенә алмаштырыласаҡ.
Һуңында уҡыусыларға махсус йәштәр өсөн Пенсия фондында нәшер ителгән “Барыһы ла буласаҡ пенсия тураһында: уҡыу һәм тормош өсөн” тип аталған уҡыу әсбапы тәҡдим ителде. Унда пенсия балдарын һәм страховка пенсияһын иҫәпләү миҫалдары ла бар. Пенсия фондының электрон сервисына айырым иғтибар бирелгән. Әсбаптың аҙағында “Буласаҡ пенсияға юл” тип аталған уйын һәм алған белемде баһалау өсөн мауыҡтырғыс тест бирелгән.