+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
2 Октябрь 2018, 11:01

Күңел йырлай һәм бейей

Көҙ-күңел тыныслығында йәшәү, йылдың иң матур, сағыу миҙгеле. Октябрҙең берендә Ололар көнөнә бағышланған саралар бөтә ерҙә лә үткәрелде.

Фёдоровка район мәҙәниәт йортонда бай тормош тәжрибәле өлкәндәр, район тормошона тос өлөшөн индергән хеҙмәт ветерандары өсөн байрам концерты ойошторолдо. Йыйылыусыларға рәхмәт телмәре менән Фёдоровка районы МР хакимиәте башлығы Венер Фәрит улы Насретдинов, Фёдоровка ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Евгений Валерьевич Тыров, район ветерандары советы рәйесе Михаил Давыдович Куропаткин мөрәжәғәт итте.

Байрам сараһын алып барыусылар А. Петрова менән В. Мингалев асып ебәрҙе. Фёдоровка сәнғәт мәктәбе уҡыусылары байрамды сағыу концерт номерҙары менән биҙәне. “Тавансем” сыуаш вокаль ансамбле милли колорит һәм моңло көйҙәре менән ҡыуандырҙы. “Зорька золотая”, “Червона калына”, “Околица” ансамблдәре иң әүҙемдәре булды. Мәрзиә Иҙрисова, Василий Мингалев моңло йырҙар башҡарҙы. Рәфис Вәлитов аккордеонда күңелле, дәртле көйҙәр башҡарҙы. Һәр сығышты тамашасылар көслө алҡыштар менән оҙата барҙы. Концерт һәр кемдең күңеленә хуш килде.


Оксана БУРКИНА.
Читайте нас: