-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
19 Октябрь 2018, 12:46

Алтын бриллиант булһын

Республика көнөн байрам иткәндә Алтын юбилярҙарҙы ҡотлау тантанаһы ла уҙҙы. Район мәҙәниәт йорто сәхнәһендә 50 йыл ҡулға-ҡул тотоношоп ғүмер кисергән юбилярҙарға Республика Башлығының бүләктәре, ҡотлау асылмалары тапшырылды, ныҡлы ғаилә союзы өсөн рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны.

Антонида Дмитриевна менән Рауил Вахит улы Биктимеровтар биш улға ғүмер биргәндәр, үҙҙәре һымаҡ, намыҫлы, ихтирамлы кешеләр итеп тәрбиәләгәндәр. Барыһы ла үҙ эшенең оҫталары, ата-әсәләрен хеҙмәттәре һәм тормоштағы уңыштары менән ҡыуандыралар. Юбилярҙар ғүмерҙәре буйы туған Балыҡлы ауылында эшләгән, ир- мәҙәниәт, ҡатын сауҙа тармағында ветеран, икеһе лә әүҙем йәмәғәтселәр.

Нина Николаевна менән Дмитрий Семенович Макаровтар ике бала үҫтергәндәр, белем биргәндәр, ғорурланырлыҡ итеп тәрбиәләй алғандар. Үҙҙәре ауыл хужалығы тармағында, ауыл хужалығы идаралығы белгестәре булып эшләп, райондың производство тормошона тос өлөш индергәндәр.

Ошо ике пар ҙа яратҡан өләсәй-олатай ғына түгел, һөйөклө ҡарт өләсәй менән ҡарт олатай ҙа. Уларҙың тормошо күптәргә өлгө булырҙай.

Тормоштарындағы алтындары бриллинатҡа әүерелеүен теләйбеҙ. Сөнки йылдар уҙған һайын ҡиммәттәрҙең баһаһы арта ғына, сифатлыраҡҡа әйләнә.


Гөлрайхан БАҠЫЕВА.

Роман ПОДПОРИН

фотоһы.
Читайте нас: