+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
2 Ноябрь 2018, 11:56

“Бәхетле ғаиләләр донъяһы”

Фёдоровкала ғаилә ялы көнө ҡыҙыҡлы һәм файҙалы үтте. Байрам саралары сиктәрендә матурлыҡ булдырыу һөнәрмәндәре оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе, балалар һәм ата-әсәләр өсөн мауыҡтырғыс занятиелар ойошторолдо.

Сараны БР “Ғаилә” көньяҡ үҙәгенең Фёдоровка районындағы үҙәге мөдире Р. Руденко асты. Балалар сәнғәт мәктәбендә тәрбиәләнеүселәр Г. Петров, Д. Михайлова, К. Малахова, Э. Әбүбәкерова музыкаль номер менән сығыш яһаны. Улар байрамды йәнләндереп ебәрҙе.

Балалар өсөн ойошторолған зонала “Үҙ ҡулдарың менән бүләк” занятиеһы үткәрелде, унда пластилиндан уйынсыҡтар әүәләнеләр, быяла шешәләрҙән вазалар эшләнеләр. Балалар шулай уҡ ептән бетеү эшләне, һәр эште мауығып башҡарҙы.

Түләүһеҙ күрһәтелгән хеҙмәттәр сарала ҡатнашыусыларға ҡыҙыҡлы булды. Фёдоровка ауылының “Professional» студияһы белгестәре гүзәллек серҙәрен асты. Студия белгесе Ольга Манзурова өй шарттарында нисек итеп ҡупшы прическа эшләп булыуы хаҡында һөйләне һәм күрһәтте, ҡыҙҙарҙың сәсен матур итеп үреү буйынса оҫталыҡ дәресен үткәрҙе. Ҡунаҡтар уға сәстәрҙе тәрбиәләү буйынса һорауҙар бирһе. Студияның икенсе белгесе Эльвира Алсынбаева маникюр буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Уларҙы тәрбиәләү буйынса кәңәштәр бирҙе, маникюр төрҙәре хаҡында һөйләне. Стилист-визажист Светлана Гонышева ҡатын-ҡыҙҙарҙы биҙәнергә өйрәтте, ҡаштарҙы буяу үҙенсәлектәре менән таныштырҙы, үҙе эшләгән сәс биҙәүестәрен күрһәтте. Ғаилә ялы көнөндә үҙәк хеҙмәткәрҙәре оҫталарға грамоталар тапшырҙы.

Оксана БУРКИНА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: