+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
13 Ноябрь 2018, 11:58

Полиция хеҙмәткәрҙәре үҙ һәләттәрен күрһәтте

Фёдоровкалар урындағы полиция бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре концертын ярата һәм йыл һайын көтөп ала. Был сара уларҙың һөнәри байрамы алдынан үткәрелә һәм һәр ваҡыт программаһы, сифаты, башҡарылған номерҙарының үҙенсәлеклелеге менән айырылып тора. Был юлы ла шулай булды. Тамашасылар залында алма төшөрлөк урын юҡ ине.

Уны бүлексәнең вокаль ансамбле асып ебәрҙе – был тамашасыларҙы ниндәйҙер ҡыҙыҡлы тамашаға әҙерләү кеүек булды, залдағылар уны йылы ҡабул итте.

Муниципаль район хакимиәте башлығы В.Ф. Насретдинов йыйылғандарҙы байрам менән ҡотлап үтте, полиция бүлексәһе хеҙмәткәрҙәренә көсөргәнешле эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Районыбыҙ, тимәк, һәр ҡайһыбыҙҙың тыныс тормошо уларҙың эшмәкәрлегенә бәйле булыуын билдәләне. Венер Фәрит улы полицияның участка уполномоченныйы, полиция капитаны Юрий Савельевҡа, полицияның өлкән участка уполномоченныйы, полиция майоры Илгиз Йосоповҡа район хакимиәтенең Почёт грамоталарын тапшырҙы. Полицияның участка уполномоченныйы, полиция лейтенанты Илдус Агишевҡа һәм административ күҙәтселек инспекторы, полиция лейтенанты Александр Евдокимовҡа район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Рәсәй Эске эштәр министрлығы Фёдоровка районы буйынса бүлексәһе начальнигы А.Н. Силяев хеҙмәттәштәрен һәм бүлексә ветерандарын Эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотланы. Уларҙың ата-әсәләренә, ҡатындарына аңлауҙары һәм ярҙамдары, иғтибарлы һәм түҙемле булғандары өсөн рәхмәт белдерҙе. Алексей Николаевич анализ, планлаштырыу, контроль һәм мәғлүмәт менән тәьмин итеү бүлеге инспекторы, полиция майоры Рафаэль Фәйзуллинға, дежур часы оператив дежуры ярҙамсыһы, полиция прапорщигы Рәсим Туҡбаевҡа БР Эске эштәр министрлығының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Ә полицияның участка уполномоченныйы, полиция капитаны Рәфил Хәйбуллин менән полицияның отставкалағы майоры Лилиә Ғибаҙуллина Рәсәй Эске эштәр министрлығының 1 дәрәжә “Хеҙмәттә айырылып торғаны өсөн» миҙалына лайыҡ булды. Ошондай уҡ икенсе дәрәжә миҙалдар менән дежур часы оператив дежурҙары: полиция подполковнигы Николай Асташкин менән полиция капитаны Василий Мазлов, полицияның участка уполномоченныйы, полиция капитаны Александр Манзуров, юл күҙәтселеге дәүләт инспекторы, полицияның өлкән лейтенанты Рафаэль Фәйзуллин, дежур часы оператив дежур ярҙамсыһы, полиция старшинаһы Сергей Спиридонов, дежур часының полиция водителе, полицияның өлкән сержанты Виталий Савельев бүләкләнде. Тамашасылар башҡа ведомство ҡарамағындағы һәм юбилей миҙалдары, түшкә ҡаҙалыусы значоктар, Рәсәй Эске эштәр министрлығы Фёдоровка районы буйынса бүлексәһенең Рәхмәт хаттары һәм премиялары менән бүләкләнгән полиция хеҙмәткәрҙәрен дә берҙәм алҡыштар менән ҡотланы. Уларҙың отставкалағы хеҙмәттәштәрен дә онотмауын ишетеүе күңелгә ятышлы булды.

Был көндә солистар Ишморат Маликов менән Филүс Юлдашбаев уларға арнап йырҙар башҡарҙы, район мәҙәниәт йортоноң мордва һәм сыуаш вокаль ансамблдәре, «Росинка», «Задоринка» бейеү коллективтары, Саимә Абдуллина менән Хәлил Рәхимовтың дуэты үҙ сығыштары менән ҡыуандырҙы.

Полиция хеҙмәткәрҙәренең сығыштары ла һәр ваҡыттағыса матур булды. Алып барыусылар Белла Осипова менән енәйәтселәрҙе эҙләү бүлеге начальнигы Артур Әҙеғолов программаны һөнәрмәндәрсә алып барҙы. Отставкалағы милиция майоры Евгений Плешаков, татар вокаль дуэты – Светлана Зөбәйерова менән Винер Насиров, татар вокаль ансамбле, эске эштәр бүлегенең ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр вокаль ансамблдәре полиция хеҙмәткәрҙәренең яҡшы эшләй ҙә, шул уҡ ваҡытта талантлы башҡарыусылар ҙа була белеүҙәрен күрһәтте. Полиция бүлексәһе һәм район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре – эске эштәр бүлеге начальнигы Алексей Силяев менән Вера Денисованың, отставкалағы полиция майоры Лилиә Ғибаҙуллина менән Наталья Палёнованың сығышы программаның күркәм бер биҙәге булды. Лилиә менән Наталья «Офицеры» йырын башҡарғанда зал аяғүрә баҫты. Полиция капитаны Юрий Савельевтың йыр йырлауы, Зөһрә Әбдрәшитованың «Башҡортостаным минең» шиғырын һөйләүе концерттың бер асышы булды. Бүлексәгә яңы эшкә килгән йәш хеҙмәткәрҙәрҙең бейеүҙәре тамашасыларҙың күңелен күтәрҙе. Үҙ эшен өлгөлө башҡарған, сәхнәлә лә үҙ һәләттәрен күрһәтә белгән хеҙмәткәрҙәргә хеҙмәттәрендә уңыштар юлдаш булһын.

Светлана ЗАЙЦЕВА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: