Ҡораласыҡ ауылы балалары ваҡыттарын бик күңелле үткәрә. Үткән аҙнала ауыл китапханаһы китапханасыһы Г. Вахитова уларҙы “Ҡарға бутҡаһы” байрамына саҡырған. Был татар халҡының иң яратҡан, көтөп алған, иң популяр байрамдарының береһе. Уны гөрләүектәр күңелле сылтырай башлағас, үлән-ерҙәребеҙ йәшәреүгә таба йөҙ борғас, ҡарғалар килеү хөрмәтенә үткәрә торған булғандар.Балалар ҙа көтөп алынған ҡоштарҙы сәләмләне: улар, традиция буйынса, йомортҡа тәгәрәтте, “ҡарға бутҡаһы” ашаны, төрлө уйындар уйнаны. Байрам бөтәһенә лә бик оҡшаны!