+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
13 Май 2019, 12:03

Диктант яҙығыҙ – белемегеҙҙе тикшерегеҙ!

Башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант быйыл 18 майҙа үтәсәк.

Башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант быйыл 18 майҙа үтәсәк. Республикабыҙ өсөн юбилейлы йылда ул тәүге тапҡыр халыҡ-ара статусын аласаҡ. Ойоштороусылар һүҙҙәренә ҡарағанда, Рәсәйҙән, сит илдәрҙән 100 меңдән ашыу кеше ҡатнашасаҡ.Диктанттың төп майҙансығы Өфөлә БДУ базаһында урынлашасаҡ, унан башҡа майҙансыҡтарға трансляция алып барыласаҡ. Улар республиканың бөтә райондары территорияларында, Ҡазан, Ырымбур, Силәбе, Ханты-Мансийск, Пермь, Санкт-Петербург, Мәскәү ҡалаларында буласаҡ. Сит илдә диктант майҙансыҡтары Монреалдә, Оттавала һәм Торонтола (Канада), Нью-Йоркта, Лос-Анджелеста (АҠШ), Стамбулда һәм Антальяла (Төркиә), Гуанчжоуҙа һәм Пекинда (Ҡытай), Нурсолтанда (Ҡазахстан) асыласаҡ. -Диктантта теләгән һәр кеше ҡатнаша ала, - ти сараны ойоштороусыларҙың береһе, Башорт телен үҫтереү һәм һаҡлау буйынса фонд директоры Гөлназ Йосопова. – 8 майҙа, сараға тиклем ун көн ҡала, диктанттың сайтында онлайн-теркәү асыласаҡ. Сайт диктантты ситтән тороп – өйҙә йәки офиста яҙыу, яҡындағы майҙансыҡты һайлау мөмкилеген дә бирә.Беҙҙең районда майҙансыҡтар Юлдаш, Һәйет, Батыр, Яңы Яуыш, Бала Сытырман ауылдарында һәм Федоровка 1-се мәктәбендә урынлашасаҡ. Белемдәрен тикшерергә теләгән һәр кеше килә ала. Бындай диктанттың төп маҡсаты – республика халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү, башҡорт халҡының рухи мәҙәниәтен пропагандалау, халыҡтың тел мәҙәниәте кимәлен арттырыу.
Читайте нас: