+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
13 Май 2019, 17:14

Файҙалы кәңәштәр марафоны

Иртәгә, Ғаилә аҙналығының икенсе көнөндә республикабыҙҙың бөтә ата-әсәләре Файҙалы кәңәштәр марафонында ҡатнашыуға саҡырыла.

Иртәгә, Ғаилә аҙналығының икенсе көнөндә республикабыҙҙың бөтә ата-әсәләре Файҙалы кәңәштәр марафонында ҡатнашыуға саҡырыла.

Акцияны ата-әсәләргә психологик ярҙам күрһәтеү хеҙмәте иртәнге сәғәт ундан киске алтыға тиклем 8-800-347-5000 телефоны аша үткәрәсәк. Махсус саҡырылған психологтар киләһе һорауҙарға яуап бирәсәк:

-балаларҙы тәрбиәләү һәм уларҙы үҫтереү, балалар-ата-әсәләр мөнәсәбәттәре, йәштәштәр араһындағы мөнәсәбәттәр тураһында:

10.00-12.00 сәғәттә – Дербеко Наталья Георгиевна (юғары категориялы балалар психологы, гипнотерапевт, психологтар ассоциацияһы ағзаһы);

12.00-14.00 сәғәттә – Лялина Евгения Владимировна (балалар, ғаилә психологы, нейропсихолог);

-ғаиләләге мөнәсәбәттәр тураһында:

14.00-16.00 сәғәттә – Тагамлицкая Мария Ивановна (клиника психологы, коуч);

16.00-18.00 сәғәттә – Мостафин Искәндәр Артур улы (педагог-психолог, ғаилә медиаторы).
Әгәр һеҙгә компетентлы белгес консультацияһы, ҡатмарлы хәлдән сығыуҙа ярҙам кәрәк икән, үҙегеҙҙең поблемағыҙ менән аноним рәүештә бүлешкегеҙ, психологик ярҙам алғығыҙ килә икән, мотлаҡ шылтыратығыҙ!
Читайте нас: