+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
13 Май 2019, 16:15

“Изгелек бумерангы” ебәрелә

13 майҙан Башҡортостан Республикаһында Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан ғаилә аҙналығын үткәреү сиктәрендә “Изгелек бумерангы” ебәрелә.

13 майҙан Башҡортостан Республикаһында Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан ғаилә аҙналығын үткәреү сиктәрендә “Изгелек бумерангы” ебәрелә. Бындай акция республиканың бөтә райондарында ла үткәреләсәк. Уның сиктәрендә яңы һәм ҡулланылышта булған балалар тауарҙары: мебель, коляскалар, саналар, велосипедтар, һикергестәр, таянып атлау яйланмалары, ашатыу өсөн ултырғыстар, шулай уҡ стерилизация өсөн аппараттар, термик эшкәртеү өсөн тәғәйенләнгән башҡа тауарҙар йыйыу ойошторола. Бөтә йыйылған балалар әйберҙәре ғаиләләрендә бер юлы ике һәм унан артығыраҡ бала тыуған, ә инде тауар етерлек күләмдә булһа – ярҙамға мохтаж тип табылған бөтә ғаиләләргә лә тапшырыласаҡ.
Әйберҙәрҙе “Ғаилә” үҙәктәренә килтерергә мөмкин. Һеҙгә яҡын булған үҙәктең адресын, шулай уҡ акция тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте 8-800-347-5000 бушлай телефоны буйынса белергә була. Беҙҙең районда тауарҙарҙы Федоровка ауылы, Социалистик урам, 20 адресы буйынса урынлашҡан “Ғаилә” үҙәге бүлексәһенә килтерергә мөмкин. Телефон: 8 (34746) 2-26-62.
Балалар әйберҙәре таҙа, төҙөк булырға тейеш.
Үҙегеҙҙең “Изгелек бумерангын” ебәрегеҙ һәм ул һеҙгә мотлаҡ йылы рәхмәт һүҙҙәре булып әйләнеп ҡайтасаҡ!
Читайте нас: