+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
15 Май 2019, 11:19

Ата-әсәләр рулдә

Иртәгә, 16 майҙа, бөтә республика буйынса “Ата-әсәләр рулдә” акцияһы үтәсәк.

Иртәгә, 16 майҙа, бөтә республика буйынса “Ата-әсәләр рулдә” акцияһы үтәсәк. Был сара Ғаилә аҙналығы сиктәрендә БР буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы ярҙамында үткәреләсәк. Көн дауамында “Ғаилә” үҙәктәре белгестәре волонтерҙар менән бергә билдәләнгән урындарҙа автомобилдәрендә балалар йөрөткән водитель-ата-әсәләргә “Әгәр һеҙгә минең автомобиль ҡамасаулай икән...” мәғлүмәт листовкалары, “Машинала бала!” наклейкалары таратасаҡ. Шулай уҡ улар юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге, кескәй пассажирҙарҙы автомобилдә йөрөтөү ҡағиҙәләрен хәтерегеҙгә төшөрәсәк.
Читайте нас: