+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
16 Май 2019, 12:59

Иртәгә “Әсәлек таланттарҙы аса” күргәҙмәһе асыласаҡ

Ул иртәнге сәғәт ун берҙән киске бишкә тиклем эшләйәсәк.

Иртәгә, Ғаилә аҙналығының бишенсе көнөндә, “ТОРАТАУ” Конгрес-холының 1 ҡатында (З. Вәлиди урамы яғынан инергә) “Әсәлек таланттарҙы аса” күргәҙмәһе асыласаҡ, ул иртәнге сәғәт ун берҙән киске бишкә тиклем эшләйәсәк. Күргәҙмәлә бала көткән саҡта йәки бала тапҡандан һуң, ошо ваҡиға менән илһамланып картиналар яҙа башлаған ҡатын-ҡыҙҙарҙың эштәре күрһәтеләсәк. Күргәҙмәлә ҡатнашыусыларҙың һөнәри художество белеме юҡ. Күргәҙмәне ҡарарға килеүселәр өсөн рәсем төшөрөү сәнғәте һәм төрлө техникаларҙа рәсем төшөрөү буйынса мастер-кластар менән художество оҫтаханаһы ойоштороласаҡ.
Читайте нас: