+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
20 Май 2019, 12:11

“Бөтә донъя Парамузыкаль фестиваль-2019” номерҙарының Бөтә Рәсәй смотрына ғаризалар ҡабул итеү асылды

Ҡатнашыусыларҙың ғаризалары 14 майҙан 16 июнгә тиклем фестивалдең http://парамузыкальный.рф сайтында ҡабул ителә.

“Бөтә донъя Парамузыкаль фестиваль-2019”ҙың ойоштороусылары балалар һәм йәштәр номерҙарының Бөтә Рәсәй смотрына ғаризаларын ҡабул итеү тураһында иғлан итте. Ҡатнашыусыларҙың ғаризалары 14 майҙан 16 июнгә тиклем фестивалдең http://парамузыкальный.рф сайтында ҡабул ителә.Номерҙар смотрының маҡсаты – быйылғы проектта ҡатнашыу өсөн мөмкинлектәре сикләнгән сағыу балалар һәм йәштәрҙе асыҡлау. Быйыл фестиваль саралары көҙөн Рәсәй Федерацияһының бер нисә ҡалаһында буласаҡ. 6 йәштән 30 йәшкә тиклем ниндәй ҙә төркөм инвалидлығы булған кешеләр ҡатнаша ала.Художество советының фестивалдә ҡатнашыу тураһында ыңғай ҡарары булғанда, ҡатнашыусыны (пара-артисты йәки пара-артистар коллективын) һәм уны бер оҙатыусыны Фестиваль дирекцияһы фестиваль саралары үткәрелеүсе урынға тиклем һәм кире юллама, страховка, иртәнге аш менән ике урынлы бүлмә, сығыштың һөнәри фотосъемкаһы һәм видеосъемкаһы менән тәьмин итәсәк.
Читайте нас: