Бөгөн Федоровка 2-се мәктәбендә һуңғы ҡыңғырауға бағышланған тантаналы линейкала “Ашҡаҙар таңдары” район гәзите редакторы Гөлфиә Әхмәрова гәзит редакцияһы иғлан иткән конкурста еңеүселәрҙе бүләкләне.Республиканың юбилейына бағышланған конкурсҡа иншаларҙы беҙ апрель аҙағына тиклем ҡабул иткәйнек. Бер нисә номинацияла йомғаҡтар яһаныҡ. Федоровка 2-се мәктәбенең 3А сыйныфы уҡыусыһы Карина Хәмиҙуллина эшен тыуған районына һәм республикаға бағышлаған, ул кесе синыфтар араһында еңеү яуланы. “Минең яратҡан уҡытыусым” номинацияһында Федоровка 2-се мәктәбенең 7А синыфы уҡыусылары Милена Никитинаның, Анастасия Константинованың һәм Дилә Әхмәрованың эштәре иң яҡшылары тип табылды. “Минең ғаиләм һәм һуғыш” номинацияһында Федоровка 2-се мәктәбенең 9А синыфы уҡыусылары Юлиана Сергееваның һәм Елена Анчинаның иншалары беренсе урынға сыҡты.Уларҙың бөтәһенә лә дипломдар һәм татлы приздар тапшырылды. Еңеүселәрҙе тағы ла бер тапҡыр ҡотлайбыҙ!