+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
28 Май 2019, 12:42

Үткән йәкшәмбе күптәр өсөн бәхетле көн булды!

Сөнки беҙҙең районға популяр башҡорт һәм татар эстрадаһы йырсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ришат Төхвәтуллин килде.

Сөнки беҙҙең районға популяр башҡорт һәм татар эстрадаһы йырсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ришат Төхвәтуллин килде. Тамашасыларға ул үҙенең ижад коллективы менән бергә “Утһыҙ төтөн” тип исемләнгән концерт программаһын тәҡдим итте. Шуны әйтергә кәрәк, концертҡа килмәй ҡалғандар бик күп нимәнән мәхрүм булды – тамаша бик юғары кимәлдә үтте! Үҙенең иҫкиткес матур тауышы менән онотолмаҫ хис-тойғолар бүләк итте, күңелдәргә үтеп инерлек моңо менән тамашасыларҙы илатты ла ул. Сағыу бейеүҙәре менән бейеүселәр ҙә шатландырҙы. Ике сәғәт юғары сифатлы музыка бүләк итте улар беҙгә. Шундай шәп ижади хеҙмәтегеҙ, оҙаҡҡа хәтерҙә ҡалырлыҡ кисә бүләк иткәнегеҙ, хыялыбыҙҙы тормошҡа ашырғанығыҙ өсөн сикһеҙ рәхмәттәр һеҙгә!
Читайте нас: