+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
30 Май 2019, 12:39

4 “Б” синыфы өсөн сығарылыш кисәһе

Кисә Федоровка ауылының 1 мәктәбендә 4 “Б” синыфы өсөн сығарылыш кисәһе булды.

Кисә Федоровка ауылының 1 мәктәбендә 4 “Б” синыфы өсөн сығарылыш кисәһе булды. 20 малай һәм ҡыҙ был көндө башланғыс мәктәп менән хушлашты. Шуны әйтергә кәрәк, улар мәктәп тормышындағы иң мөһим ваҡиғаларының береһенә бик һәйбәт әҙерләнгән. Бик матур концерт программаһы әҙерләнгәйне, унда шаяртыуҙар ҙа, йыр-бейеүҙәр ҙә, уҡыусыларҙың үҙҙәре тураһында яңылыҡтары ла бар ине. Синыф етәксеһе Ольга Кузьминична Хәлитова, хәҙер инде элекке уҡыусылары менән хушлашып, уларға башланғыс мәктәпте тамамлауҙары тураһында дипломдар тапшырҙы, өлкән синыфтарҙа уҡыуҙарында уңыштар теләне. Ә ата-әсәләр мәктәп тормошоноң ошо мәле тураһында иҫтәлек итеп балаларға фотоальбомдар бүләк итте. Сара матур мәктәп вальсы менән тамамланды.
Читайте нас: