Эйе-эйе, яңылышмайһығыҙ, ул алты йәшлек ҡыҙыҡай – Елена Андреевна Александрова! Лена Стәрлетамаҡ ҡалаһынан ҡунаҡҡа ҡайтҡан һәм, әлбиттә, үткән ял көндәрендә һабан байрамына барған. Кескәй еңеүсегә иҫтәлекле бүләк тапшырғандар. Тағы ла Ленаға Розалия Сәлихованан оҫталыҡ дәрестәрендә имбирь перәниктәрен биҙәү оҡшаған.