+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
13 Июнь 2019, 14:08

“Әйҙәгеҙ Пушкинды уҡыйыҡ”

Йыл һайын Новоселка китапханаһында Рәсәйҙең Пушкин көнөнә бағышланған саралар үткәрелә.

Йыл һайын Новоселка китапханаһында Рәсәйҙең Пушкин көнөнә бағышланған саралар үткәрелә. Мәктәп ҡарамағындағы йәйге лагерға йөрөүселәр өсөн Александр Сергеевичтың әкиәттәре буйынса “Әйҙәгеҙ Пушкинды уҡыйыҡ” иғтибарлылар һәм белемлеләр конкурсы үтте. Әкиәт геройҙары үҙҙәренең ҡылыҡтары менән яҡшыны ямандан, дөрөҫтө ялғандан айырырға, ғәҙел, батыр булырға өйрәтә. Сара башында балалар Александр Сергеевичтың бөтә әкиәттәрен иҫкә төшөрөргә тырышты. Баҡтиһәң, улар биш әкиәтте яҡшы белә икән. Тик ауыл китапханаһы мөдире И. Данилова йәш китап уҡыусыларҙы шағир яҙып бөтмәгән тағы бер әкиәт – “Сказка о медведихе” менән таныштырҙы. Артабан “Геройҙы таны”, “Ҡайһы әкиәттән юлдар”, “Дөрөҫмө йәки юҡмы” конкурстары һәм уйындары башланды. Балалар уйындарҙа әүҙем ҡатнашты һәм Пушкин әҫәрҙәрен яҡшы белеүҙәрен күрһәтте. А.С. Пушкин әкиәттәре буйынса ҡуйылған театралләштерелгән тамаша сараның сағыу финалы булды. Уҡыусыларыбыҙҙың яратҡан шағирыбыҙҙың ижадын яҡшы белеүҙәре ҡыуаныслы.

И. Данилова,

Новоселка ауылы китапханасыһы.
Читайте нас: