+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
1 Июль 2019, 17:30

“Торатау йыйыны”нда беҙҙең тирмә “фотостудия” булды

Шәмбе көндө Ишембай районында Торатау итәгендә “Торатау йыйыны” республика байрамы үтте.

Шәмбе көндө Ишембай районында Торатау итәгендә “Торатау йыйыны” республика байрамы үтте. Унда беҙҙең район делегацияһы ла ҡатнашты. Ике тирмә ҡуйылды, халыҡ оҫталарының ҡул эштәре күргәҙмәләре, оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Бала Сытырман ауылы күп функциялы клубының “Замандаш” халыҡ ансамбле, “Йәшлек” бейеү ансамбле йыр һәм бейеү, милли аштар менән ҡунаҡтарҙы ҡаршыланы.

Районыбыҙ тирмәһенең стеналарына боронғо балаҫтар, милли биҙәктәр менән биҙәлгән башҡорт костюмдары эленгән, боронғо һауыт-һаба теҙелгән, уртала милли ризыҡтарға бай өҫтәл ҡуйылғайны – былар бөтәһе лә ата-бабаларыбыҙ көнкүрешенең атмосфераһын асып бирҙе. Ҡунаҡтарға тирмәнең биҙәлеше оҡшаны, улар боронғо әйберҙәрҙе ҡыҙыҡһынып ҡараны, фотоға төштө.

Алһыу Тәтегәсева.
Читайте нас: