+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
15 Июль 2019, 13:52

ПФОла икенсе урын яуланылар!

Июль айы башында Ырымбурҙа Волга буйы Федераль округының хәрби-патриотик мәктәптәре, клубтары һәм берләшмәләренең “Ватандың тоғро улдары” Төбәк-ара Спартакиадаһы булды.

Июль айы башында Ырымбурҙа Волга буйы Федераль округының хәрби-патриотик мәктәптәре, клубтары һәм берләшмәләренең “Ватандың тоғро улдары” Төбәк-ара Спартакиадаһы булды.

Ул 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршылап үткәрелде. Унда хәрби-ғәмәли спорт төрҙәре буйынса төбәк ярыштары, слеттары, спартакиадалары еңеүселәре ҡатнашты.

Беҙҙең республиканы Күмертау ҡалаһының “Гефест” хәрби-патриотик һәм районыбыҙҙың “Рәсәй патриоттары” үҙәктәре тәрбиәләнеүселәренән булдырылған йыйылма команда күрһәтте. Балалар 11 призлы урын яулап, Волга буйы Федераль округының 14 командаһы араһында икенсе урынға сыҡты! Уларҙы ҡотлайбыҙ һәм артабан да тик уңыштар теләйбеҙ!

Фотолар https://orenweek.ru сайтынан.
Читайте нас: