+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
16 Июль 2019, 18:31

Бала Сытырман ауылында ғәҙәти булмаған осрашыу үтте

Китапханасылар семинарына билдәле хәбәрсе, Башҡортостан Республикаһы нәшриәт һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Гөлдәриә Йосопова һәм яҙыусы, Бишбүләк районында тыуып-үҫкән, хәҙерге ваҡытта Эстонияла йәшәүсе Динә Гаврилова килде.

Китапханасылар семинарына билдәле хәбәрсе, Башҡортостан Республикаһы нәшриәт һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Гөлдәриә Йосопова һәм яҙыусы, Бишбүләк районында тыуып-үҫкән, хәҙерге ваҡытта Эстонияла йәшәүсе Динә Гаврилова килде. Гөлдәриә Ғәтиәт ҡыҙы бер нисә яңы шиғырын уҡып күрһәтте, ә Динә Гаврилова китаптары презентацияларын тәҡдим итте. Шулай уҡ был көндө районыбыҙҙың ҡул оҫталары күргәҙмәһе эшләне, оҫталарҙы районыбыҙҙың мәҙәни тормошонда халыҡ традицияларын тергеҙеү, һаҡлау һәм популярлаштырыу буйынса әүҙем ҡатнашыуҙары өсөн Мәҙәниәт бүлегенең рәхмәт хаттары менән бүләкләнеләр.
Читайте нас: