0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
17 Июль 2019, 17:28

Балалар өсөн күңелле көндәр

Бала Сытырман ауылы балалары бер көн дә уйынһыҙ, күңел асыуһыҙ тормай.

Бала Сытырман ауылы балалары бер көн дә уйынһыҙ, күңел асыуһыҙ тормай. Кисә лә улар Беренсе май урамында урынлашҡан уйын майҙансығында йыйылды. “Йәйғор” һәм “Күңелле ҡояшҡайҙар” тигән ике команда, бер-береһен сәләмләп, ярышта ҡатнашыуға әҙерләнде. Күп функциялы клуб һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре уларға “Йәйҙән йомаҡтар”, “Эйе йәки юҡ”, “Ҡайтауаз”, “Водителдәр”, “Тоҙаҡ”, “Боҙоҡ телефон”, “Яй йөрөһәң – йыраҡ китерһең. Стоп.” уйындарын һәм конкурстарын тәҡдим итте. Ике команда ла биремдәрҙе һәйбәт башҡарҙы, тик “Йәйғор” саҡ ҡына алға китте. Ярышта бөтә ҡатнашыусыларға ла татлы приздар тапшырылды, берәү ҙә ситтә ҡалманы. Афарин, малайҙар һәм ҡыҙҙар!

Динара Мауҡаева,

Бала Сытырман ауылы күп функциялы клубының мәҙәни ойоштороусыһы.
Читайте нас: