“Ашҡаҙар” балалар һауыҡтырыу лагеренда икенсе смена аҙағына яҡынлаша. Уның менән һаубуллашып, балалар байрам концерты ҡуйҙы. Тамашасылар башҡорт, һинд, татар һәм заманса бейеүҙәр ҡарай, кескәй “ашҡаҙарҙар” башҡарыуында йырҙар тыңлай һәм уларға ҡушылып йырлай алды. Әҙерләнгән номерҙар берәүҙе лә вайымһыҙ ҡалдырманы.