+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
26 Июль 2019, 13:15

Күңелле һәм шау-шыулы һыу байрамы

23 июлдә Новоселка ауылы мәҙәниәт йорто эргәһендә күңелле һәм шау-шыулы һыу байрамы – Нептун көнө үткәрҙеләр.

23 июлдә Новоселка ауылы мәҙәниәт йорто эргәһендә күңелле һәм шау-шыулы һыу байрамы – Нептун көнө үткәрҙеләр. Сарала өлкәндәр ҙә, балалар ҙа, шулай уҡ каникулға өләсәй-олатайҙарына ҡунаҡҡа ҡайтҡан ауылдың кескәй ҡунаҡтары ла ҡатнашты. Уларҙы һыу персонаждары итеп кейендерҙеләр. Төп герой әлбиттә Нептун булды. Бергәләп ауыл быуаһына юлландылар. Унда, быуа ярында мауыҡтырғыс конкурстар, уйындар, ярыштар ойошторҙолар. Ә сара аҙағында бөтәһе бергә һыу инеп сыҡтылар. Байрамға килгәндәр ошондай ҡыҙыҡлы саранан ҡәнәғәт ҡалды.
Читайте нас: