+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
30 Июль 2019, 17:04

Бөтәһенән дә һәйбәтерәк!

Йәйге каникулдар – балалар йүгерһен, уйнаһын, күңел асһын өсөн булдырылған ваҡыт ул. Хәрәкәтле уйындарҙы бала-саға айырыуса ярата, сөнки улар – шатлыҡлы хис-тойғолар сығанағы. Бала Сытырман ауылының күп функциялы клубында һәм китапханаһында 25 июлдә “Бөтәһенән дә һәйбәтерәк!” спорт ярыштары булды.

Балалар “Йәйғор” һәм “Йондоҙ” командаларына бүленде. Сара сағыу сәләмләүҙәрҙән башланып китте. Шарҙар менән “Һауалағы шарҙар”, “Серәкәйҙәр”, “Шарҙар менән эстафета”, “Волейбол, футбол һәм гол” эстафеталары үткәрҙеләр. “Китап геройҙары” викторинаһы һорауҙарына яуап бирҙеләр. “Минең шарым бар” конкурсында команда менән ҡысҡырып шар тураһында шиғырҙар уҡынылар. Балалар бөтә йөкләмәләрҙе лә ҙур ҡыҙыҡһыныу һәм мауығыу менән башҡарҙы. Сара йомғаҡтары буйынса командалар һауа шарҙары һәм татлы приздар менән бүләкләнде. Бөтәһенә лә афарин! Сарала ҡатнашыусылар өсөн китапхана хеҙмәткәрҙәре шулай уҡ “Бынан ниндәй беҙҙең йәй” китаптар күргәҙмәһен тәҡдим итте.

Динара Мауҡаева,

Бала Сытырман ауылы күпфункциялы клубының мәҙәни ойоштороусыһы.
Читайте нас: