+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
30 Июль 2019, 13:23

Урындағы Советтар депутаттарына кандидаттар менән осрашыу

Федоровка 1-се мәктәбенең ултырыштар залында урындағы Советтар депутаттарына кандидаттарҙың “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе секретары В.Ф. Насретдинов һәм район Советы секретары В.М. Хәлитов менән осрашыуы булды.

Федоровка 1-се мәктәбенең ултырыштар залында урындағы Советтар депутаттарына кандидаттарҙың “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе секретары В.Ф. Насретдинов һәм район Советы секретары В.М. Хәлитов менән осрашыуы булды. Венер Фәрит улы үҙенең сығышында әүҙем депутаттарҙың райондың үҫешендә, дөйөм алғанда республика һәм илебеҙ буйынса позитив ролдәре, алдағы мәсьәләләрҙе тормошҡа ашырыуҙа, урындағы инициативаларға ярҙам итеү дәүләт программаларын үтәү буйынса уларға ҙур өмөттәр бағлауҙары тураһында һөйләне. Шулай уҡ айырыуса әүҙем, районыбыҙ халҡы мәнфәғәтендә реаль эштәре менән билдәләнгән йәмәғәтселек вәкилдәрен хакимиәттең һәм район Советының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнеләр.
Читайте нас: