+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
2 Август 2019, 18:25

Мөғжизәле сумаҙан

1 августа Бала Сытырман ауылының күп функциялы клубында иң шаян һәм ҡыҙыҡһыныусан балалар йыйылды.

1 августа Бала Сытырман ауылының күп функциялы клубында иң шаян һәм ҡыҙыҡһыныусан балалар йыйылды. Уларҙың “Мөғжизәле сумаҙанда” ниндәй сюрприздар булыуын белгеләре килә ине.Уйын программаһы Кот Котофеевич менән танышыуҙан башланды. Ул балалар эргәһенә ҡунаҡҡа бүләктәре һалынған үҙенең сумаҙаны менән килгәйне. Балаларға “Уйынсыҡты бир”, “Ҡыяр-ҡыяр”, “Ҡоймаҡ бешер” уйындары бик оҡшаны. “Йомаҡтар” һәм “Сюрприздар ҡапсығы” конкурстарында малайҙар һәм ҡыҙҙар һәр дөрөҫ яуап өсөн кәнфиттәр алды.Күп функциялы клуб һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре күңелле һәм ҡыҙыҡлы сара ойоштороп үткәрҙе. Уның аҙағында алып барыусы балаларға приздар тапшырҙы.Ә уйын программаһы башланыр алдынан улар “Китаптар бик яҡшы, рәхәтләнеп уҡыйым” күргәҙмәһенән китаптар уҡыны.
Читайте нас: