+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
8 Август 2019, 16:27

"Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!"

3 августа Балыҡлыбаш ауылының халыҡ телендә “Болан ҡасҡан” урманы тип йөрөтөлгән урынында иртәнән "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамына әҙерлек башланды.

3 августа Балыҡлыбаш ауылының халыҡ телендә “Болан ҡасҡан” урманы тип йөрөтөлгән урынында иртәнән "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамына әҙерлек башланды. Ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары ҡаҙандар аҫып аштар бешереп, сәйҙәр ҡайнатып ауылдаштарҙы, ҡунаҡтарҙы һыйларға тип тырышты. Бер-бер артлы һый-хөрмәткә бай өҫтәлдәр теҙелеп ҡунаҡтарҙы ҡаршыларға әҙерләнде. Байрамға район хакимиәте башлығы В.Ф. Насретдинов, район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Б.Н. Сиразетдинов, Ҡораласыҡ ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Р.Й. Ибраһимов, район татарҙары йәмғиәте рәйесе С.Р. Хәйбуллина ла килде. Сит ерҙәргә юлланып, шунда бәхеттәрен тапҡан һәм оҙаҡ йылдар күрешмәгән һабаҡташтар, элекке күршеләр, башҡа ауылдарҙа, төбәктәрҙә тамырланған ауылдаштар бөтәһе лә йыйылғайны. Сара барышында ауылда һәр эште хуплап, төрлө яҡлап ярҙам күрһәткән активистар ауыл хакимиәте башлығынан Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде. Ауылды тергеҙеүҙә арыу-талыу белмәй көс һалғандар, оҙаҡ йылдар колхозда, сөгөлдөр баҫыуында эшләгәндәр бөтәһе лә иҫкә алынды. Парлы тормош кисергән иң өлкән ауылдаштарыбыҙҙы, йәш парҙарыбыҙҙы, матур, күркәм ғаиләләрҙе барлап сыҡтылар. Байрамды сағыу концерт прораммаһы биҙәне. Ауыл мәҙәниәт йортоноң үҙешмәкәр артистары, республикала танылыу алған моңло йырсыбыҙ Мәрйәм Абдулова, Юрматы ауылынан килгән яҡташтарыбыҙ, “Серҙәштәр” йыр ансамбле сығыштары килгән халыҡҡа бик оҡшаны. Концерт программаһынан һуң байрам уйындар һәм аш табыны артында дауам итте.

Гөлнара Мөрсәлимова.
Читайте нас: