Бына инде бер нисә йыл Балыҡлыбаш ауылынан Мөрсәлимов Фәйрүз ағай, байрам көнөндә ҡорбан салып, ауыл халҡы, саҡырылған ҡунаҡтар өсөн яланда аш уҙғара. Быйыл ҡорбанды Фәйрүз ағай һәм Исмәғилев Вәсил салдылар. Ямғырҙан да ҡурҡып тормай, асыҡ һауала өҫтәлдәр теҙеп, аштар, былау бешереп, сәйҙәр ҡайнатып, килгән бөтә халыҡты ҡунаҡ иттеләр, һыйланылар. Был изге эштә уларға туғандары, ауыл ҡатын-ҡыҙҙары ярҙам итте.