Бөтә донья фил көнө йыл һайын 12 августа билдәләнә. Уның маҡсаты – Америка һәм Азия филдәрен яҡлау һәм һаҡлау, уларҙың популяцияһын арттырыу кәрәклеге тураһындағы мәғлүмәтте таратыу.Бала Сытырман ауылының күп функциялы клубы ла байрамға ҡушылырға булды һәм 13 августа “Фил көнө” программаһын үткәрҙе. Балалар филдәр тураһында күп ҡыҙыҡлы нимәләр белде, энциклопедияларҙан төрлө мәғлүмәттәр уҡыны, йомаҡтар, кроссворд систе һәм хайуандар булып күрһәттеләр. Программа ижади процестар менән тамамланды. Кемдер төшөрөлгән фил балаларын буяны, кемдер пластилиндан әйберҙәр эшләне, кемдер фил төшөрҙө. Ә татлы кәнфиттәр болотло көндә программала ҡатнашыусыларҙың кәйефен күтәрҙе.