+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
22 Август 2019, 18:08

Бөгөн Рәсәй буйынса илебеҙҙең иң мөһим символының байрамы – Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы көнө билдәләнә

Ә быйыл Рәсәй флагына 350 йыл тулды. Федоровка ауылы үҙәгендә лә тантаналы сара уҙҙы.

Ә быйыл Рәсәй флагына 350 йыл тулды. Федоровка ауылы үҙәгендә лә тантаналы сара уҙҙы.
Район мәҙәниәт йорто ҡаршыһындағы майҙанға йыйылған ауыл халҡын район Советы рәйесе Константин Морозов сәләмләне. Ул рәсәйлеләр өсөн был көндөң мөһим булыуын, был көндө дәүләтебеҙҙең көсө һәм халҡыбыҙҙың татыулығы айырыуса ныҡ һиҙелеүен билдәләне, бөтәһенә лә сәләмәтлек һәм именлек теләне.
Бөтәһенә лә Рәсәй халҡының берҙәмлеген, ватанына ҡарата һөйөүен символлаштырған флагыбыҙ төҫөндәге таҫмаларҙы тараттылар. Район мәҙәниәт йорто артистары башҡарыуында йырҙар яңғыраны, ә үҙәк район китапханаһы белгестәре билдәле шағирҙарҙың Ватанға бағышланған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Үҙ сығышында Бала Сытырман ауылынан “Рәсәй патриоттары” юнармеецтар командаһы майҙанға үҙҙәренең байрағын да алып сыҡты.
Читайте нас: